24 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Инвестиция комитетының 2020 йылғы эшенә йомғаҡ яһанылар, сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттарҙы ҡаранылар.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, быйыл республика Башлығы етәкселегендә 38 “Инвестиция сәғәте” ултырышы булған. Унда ҡатнашыусылар 143 яңы проектты ҡараған. 2018 йылдан Инвестиция комитетына 670 миллиард һумлыҡ 296 проект тәҡдим ителгән. Шуларҙың яртыһынан күберәге – сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге башланғыстар.
Рөстәм Моратов шулай уҡ быйыл Башҡортостандың көйләү маҡсатында йоғонто яһауҙы баһалау сифаты буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк тип танылыуы тураһында белдерҙе. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөгән федераль рейтингҡа Рәсәйҙең һигеҙ төбәге инде. Уларҙа иҡтисади эшмәкәрлекте көйләгән хоҡуҡи база, нормалар ижад итеү ғәмәлдәренең асыҡлығы, көйләү маҡсатындағы йоғонтоноң юғары эшҡыуарлыҡ баһаһы тәьмин ителгән.
Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә һәм Иҡтисади үҫеш министрлығына Башҡортостанда инвестиция шарттарын яҡшыртыуға һөнәри ҡараш булдырған өсөн рәхмәт әйтте.
Артабан “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар яңы инвестиция проекттарын ҡарауға күсте. “Лентерра” компанияһын ойоштороусы Оксана Иванчихина Благовар районында майлы культураларҙың экспорт-логистика һәм фәнни-етештереү үҙәген асырға ниәтләй. Атап әйткәндә, республика аграрийҙарын тәьмин итеү өсөн орлоҡ фондын булдырыу, шулай уҡ продукция эшкәртеү һәм уны халыҡ-ара баҙарға сығарыу тураһында һүҙ бара. Буласаҡ комплексҡа транспорт барып етә алһын өсөн ҡасаба-ара автомобиль юлын ремонтларға кәрәк. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына юлды төҙөкләндереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Инвестор шулай уҡ һалым ташламаһын аласаҡ.
“Агротехсервис” компанияһының генераль директоры Әлмир Фәйзуллин Дәүләкән районында яңы етештереү комплексы проекты менән таныштырҙы. Инвестор элекке “Сельмаш” заводы майҙансығында сит ил агротехникаһы өсөн запас частар сығарыуҙы планлаштыра. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проектҡа льготалы заем бирергә ҡарар ителде.
Ишембайҙағы “Иҙел нефтемаш” предприятиеһының генераль директоры Фәрит Исхаҡов механика-эшкәртеү һәм ҡойоу производствоһын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу пландары менән уртаҡлашты. Яңыртыу программаһы заводҡа етештереүсәнлекте арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Күләмле проектҡа булышлыҡ итеү өсөн заводты “Алға” махсус иҡтисади зонаһына индерергә тәҡдим ителде.