Республикала “Күп ҡатлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” конкурсына йомғаҡ яһалды. Объекттарҙың өс категорияһы: күп ҡатлы йорт, өй эргәһе биләмәһе һәм подъезд конкурста ҡатнашты. Комиссияға 55 муниципалитеттан 273 заявка килгән.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә тәүге урындарҙы алған еңеүселәрҙе билдәләгән. ”Ҡалалар араһында Өфө еңде: иң яҡшы йорт Зорге урамында, иң яҡшы ихата –Сипайлов биҫтәһендә, иң яҡшы подъезд - Йәшел сауҡалыҡта. Ҡала биләмәләрендә иң матур йорт - Яңауылда, ихата – Туймазыла, подъезд - Учалыла. Ауыл биләмәләренән иң яҡшы йорт һәм подъезд Өфө районының Михайловка ауылында, ә иң төҙөк ихата – Ҡандрала,” - тигән ул. Икенсе, өсөнсө урындарҙы яулағандар ҙа лайыҡлы баһа алған. Конкурста еңеүселәр бер миллион һумға ҡәҙәр аҡса аласаҡ, был сумма артабан төҙөкләндереү эшенә тотоноласаҡ.
Республика етәксеһенең әйтеүенсә, артабан да республика программалары –подъездарҙы комплекслы ремонтлау, “Башҡорт ихаталары” дауам иттереләсәк. ”Иң яҡшы күп ҡатлы йорт” һәм “Иң яҡшы йорт яны биләмәһе” номинацияларында еңеүселәр бер миллион һум аҡса аласаҡ. Икенсе урын өсөн - 700 мең һум, өсөнсө урын өсөн 500 мең һум билдәләнгән. “Иң яҡшы подъезд” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булыусылар 500 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнәсәк. Икенсе урын өсөн - 300 мең һум, өсөнсө урын өсөн 100 мең һумлыҡ аҡсалата премия тапшырыласаҡ.