Бөгөнгө йомғаҡтар яһалған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ тармағы тураһында һөйләне. Йыл дауамында билдәләп килеүебеҙ буйынса, быйыл ауыл хужалығы тармағы бик уңышлы эшләне.
Яҡынса баһалар буйынса 2020 йыл өсөн республиканың ауыл хужалығының вал тауары күләме 177,1 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк. Үҫемлекселек буйынса был күрһәткес 77,8 миллиард һум, малсылыҡ буйынса – 99,3 миллиард һум.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ һәм, ғөмүмән, республиканың ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы күрһәткестәр өсөн рәхмәт әйтте. Быйыл тармаҡты ауыл хужалығы техникаһы йәһәтенән модернизациялау буйынса ҙур эш башланды тине ул. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте буйынса эште яҡшыртыу йөкләмәһе ҡуйҙы.
– Аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙары күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында алтынсы урында. Беҙ округтағы иң ҙур төбәктәрҙең береһе, иген, һөт, ит етештерәбеҙ, Рәсәй буйынса беренсе урындар яулайбыҙ. Ә был тармаҡ әҙерәк аҡһай. Эйе, бурыс еңел түгел. Әҙерәк тырышһаҡ, аҡса һалһаҡ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағын да үҫтерә аласаҡбыҙ. Бының буйынса программа көтәм, – тине ул.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, киләһе йылда төп көс аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтарын үҫтереүгә һалынасаҡ. Үҫеш программаһы әле эшләнә. Тағы бер мөһим бурыс тип ул төбәк брендтарын ил кимәленә сығарыуҙы атаны. Тармаҡ өсөн юғары квалифакациялы белгестәр әҙерләү, булғандарыныҡын үҫтереү шулай уҡ мөһим эш. 2021 йылда баҡсасылыҡты үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуялар. Тармаҡты һанлаштырыу шулай уҡ электән көтөлгән ғәмәл.