Иҡтисад
28 Декабрь 2020, 16:40

Был министрлыҡ - яңы идеялар драйверы

Дөйөм алғанда, төбәктең инвестиция портфеле 386,4 миллиард һумлыҡ 1200 проектты үҙ эсенә ала.

Быйыл Башҡортостан иҡтисадына килгән инвестициялар күләме 350 миллиард һумдан ашыу буласаҡ тип күҙаллай иҡтисади үҫеш министрлығы. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кңәшмәлә беренсе-вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
2019 йыл менән сағыштырғанда, инвестиция үҫеше 104 процент булыр тип күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта 2020 йылдың туғыҙ айы эсендә төп капиталға 209,6 миллиард һум һалынған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә - 13-сө урында.
Дөйөм алғанда, төбәктең инвестиция портфеле 386,4 миллиард һумлыҡ 1200 проектты үҙ эсенә ала. Бынан тыш, 829,2 миллиард һумлыҡ 221 проект өҫтөнлөклөләр рәтенә инә.
Рөстәм Моратов төбәк иҡтисады тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса күрелгән төп саралар тураһында ла һөйләне. Дәүләттең тура ярҙамын 1,3 мең ойошма һәм эшҡыуар алған. Бирелгән субсидия күләме 4,5 миллиард һум тәшкил итә. Һалымға бәйле льготалар менән 54 мең ойошма һәм эшҡыуар файҙаланған һәм башҡа бик күп төрлө ярҙам саралары күрһәтелгән.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү буйынса башҡарылған ҙур һәм етди эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Шул уҡ ваҡытта иҡтисад үҫешен тәьмин итеү өсөн өҫтәмә механизмдар уйларға ҡушты.
– Министрлыҡ яңы идеялар драйверы булып тора. Киләһе йылда тағы ниндәй иҡтисади ҡоралдарҙы тормошҡа ашыра алырбыҙ икән, шул иҫәптән федераль кимәлдәге ярҙам менән, уйлашығыҙ. Беҙгә аныҡ параметрҙар формалаштырырға һәм алға барырға кәрәк. Беҙҙең эштең маҡсаты ошо, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас