Иҡтисад
28 Декабрь 2020, 07:35

“Элком” эшләй башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Элком” электр-техник корпустар етештереү заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Сара видеоконференцэлемтә тәртибендә тура эфирҙа үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Элком” электр-техник корпустар етештереү заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Сара видеоконференцэлемтә тәртибендә тура эфирҙа үтте.


Мәғлүм булыуынса, предприятие былтыр ноябрҙә республиканың Инвестиция комитеты хуплаған тәүге проекттарҙың береһе бул­ғайны. Инвесторҙар, 650 миллион һум самаһы йүнәл­теп, Өфө районының Зубов ауылында юғары технологиялы заманса комплекс төҙөнө.


Завод продукцияһын – стенаға эленә һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электр-техник корпустарҙы – Башҡорт­остан­дағы һәм башҡа тө­бәктәрҙәге предприя­тиеларға һәм ойошмаларға оҙатырға ниәтләйҙәр.


Башҡортостан Башлығы “Элком” йәмғиәтен артабан үҫтереү мөмкинлеген һәм заводҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларын “Сәнәғәт сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә тәҡдим итте.


– Предприятие бөгөн үк аяҡҡа баҫты тип әйтергә мөмкин. Бында 200-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектҡа артабан да булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

- Л. ДӘҮЛИЕВА.
Читайте нас