Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда республикала йылҡысылыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмә башлында Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Ауыл сәғәте” тәртибендәге эштең төп һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Быйыл йәмғеһе 14 тематик кәңәшмә үткәрелгән, уларҙа Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре тикшерелгән. Әле министрлыҡ киләһе йылға “Ауыл сәғәте”нең көн тәртибен төҙөй.
Йылҡысылыҡ өлкәһендәге йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса Рәсәйҙә – беренсе, йылҡы малы һаны буйынса икенсе урынды биләй. Ауыл етештереүселәре төбәктәге сауҙа ойошмаларын, социаль һәм дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларын ит һәм ҡымыҙ менән тәьмин итә.
Төбәктә “Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһы ҡабул ителгән. Быйыл уға ярашлы тармаҡты үҫтереүгә 110 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика баҙарында йылҡысылыҡ продукцияһын һатыуҙы арттырыуға булышлыҡ итеү алымдары буйынса фекер алышты. Бынан тыш, аттар өсөн заманса көтөүлектәр булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Алымдарҙың береһе – электрлы ҡоймаларҙы файҙаланыу. Ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙарға был ҡулайламаны һатып алыуға сығымдың 50 процентын субсидиялай.
“Ауыл сәғәте”ндә шулай уҡ әүәлге тематик кәңәшмәләрҙә бирелгән күрһәтмәләрҙең үтәлешен тикшерҙеләр.