Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан сода компанияһының үҫеш мөмкинлектәренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, предприятие етәкселеге ҡатнашты.
“БСК”-ның генераль директоры Эдуард Давыдов әйтеүенсә, ҡайһы бер ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, производство тулы ҡеүәтенә эшләй, күләмде кәметмәй. Предприятиеның 2021 – 2030 йылдарға үҫеш концепцияһы биш төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Улар – сеймал базаһын үҫтереү, экология программаларын тормошҡа ашырыу, ғмәлдәге производстволарҙы һанлаштырыу, яңыртыу, өр-яңыларын төҙөү.
Төп сеймал сығанағы рәүешендә компания Шахтау карьерын ҡарай. Бында һыуҙы таҙартыу комплексы барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, предприятие экология программаларын тормошҡа ашырмаҡсы, шул иҫәптән “Каустик” полигонындағы “аҡ диңгеҙҙәрҙе” һәм терегөмөш ҡалдыҡтарын рекультивациялау ҙа планлаштырыла. 2030 йылға “БСК” Ағиҙелгә сәнәғәт һыуын ағыҙыуҙы бөтөнләй туҡтатырға ниәтләй.
Компания инфраструктура төҙөүгә тотонорға әҙер. Был индустриаль парктар программаһын тормошҡа ашырыу һәм тәүге резиденттар менән эш башлау мөмкинлеген бирәсәк. Майҙа “Сода” туҡтап ҡалған йыуыу сараларын ҡайтанан етештереүгә тотонмаҡсы.
Радий Хәбиров, предприятиеның ҙур проекттарын “Инвестиция сәғәт”тәрендә ҡарарға мөмкин, тип белдерҙе.
“БСК” йәмғиәтенең экология программаһындағы төп йүнәлештәрҙең береһе – сода етештергәндә барлыҡҡа килгән шлам туплағыстар – “аҡ диңгеҙҙәр”ҙе бөтөрөү. Әле предприятиела дистиллер шыйыҡсаны фильтрлау бүлексәһе эшләй. Ул етештереү ҡалдыҡтарын ҡаты һәм шыйыҡ фракцияларға айыра. Тәүгеләрен ашлама итеп файҙаланырға була. Шыйыҡ фракцияларҙы иһә рекультивациялап киптерәсәктәр. Аҙыҡ был биләмәгә тупраҡ түшәп, сейә баҡсаһы үҫтерәсәктәр.
Сода етештергәндә алынған дистиллер шыйыҡса бөртөклө хлорлы кальций етештереүҙә ҡулланыласаҡ.
“Башҡортостан сода компанияһы” генераль директоры Эдуард Давыдов шулай уҡ хеҙмәт коллективының тормошон яҡшыртыу пргграммаһы менән таныштырҙы.