Әле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы дауам итә. Һорауҙар бик күп. Уларҙы журналистар ҙа бирә, халыҡтан социаль селтәрҙәр аша ла килә.
Республика етәксеһенә пассажирҙы ташыуға бәйле хәлдәр тураһында һоранылар. Радий Фәрит улы белдереүенсә, алдан планлаштырғанса, был тармаҡта бер йыл эсендә тәртип булдырып булмаған.
– Эйе, “Пазик”тар кәмене, тик Өфөлә барыбер нәҡ улар пассажирҙарҙы ташый. Беҙ был иҫкергән автобустарҙы хәүефһеҙлек яғын уйлап һәм пассажирҙар өсөн уңайлылыҡ булдырыу өсөн бөтөрөргә йыйынабыҙ. Бер йыл эсендә өлгөрмәнек, тик барыбер транспорт хужалығы тармағындә тәртип булдырасаҡбыҙ.
Башлыҡ фекеренсә, транспорт реформаһында иң мөһиме яңы автобустар алыу түгел, ә маршрут селтәрҙәрен уңайлы итеү, даими ташыуҙар ойоштороу һәм “Алға” картаһы менән түләүҙе яйға һалыу.
Әлшәй районы хәбәрсеһе, ауыл хужалығы етештереүселәре быйыл тейешле субсидияларҙы алып бөтмәгән, һәм был түләүҙәр булырмы, тип һораны. Район 31 миллион һум аҡса алып еткермәгән. Радий Фәрит улы белдереүенсә, бюджеттан килгән был субсидиялар киләһе йылда барып етәсәк.
– Дөйөм алғанда, республика буйынса бер миллиард һум субсидия барып етмәгән. Эйе, ошондай проблема бар, һәм ауыр йылда был аңлашыла. Минең бер ҡасан да бер кемде лә алдағаным юҡ һәм ышаныслы итеп әйтәм: субсидиялар мотлаҡ барып етәсәк, – тине Радий Фәрит улы.
Тағы бер һорау сәнәғәт үҫешенә, экологияға арналды. Республика етәксеһе белдереүенсә, был эштәрҙә мотлаҡ рәүештә баланс эҙләргә, кешеләрҙең фекерен иҫәптә тоторға кәрәк.
– Көньяҡ Уралда халыҡ бер ни тиклем ризаһыҙлыҡ күрһәтте, улар үҙ төбәгендә сәнәғәт эшкәртеүе алып барыуға ҡаршы ине. Был мәсьәләгә ҡарата иғтибарлы булырға, уйларға кәрәк. Әгәр эшкәртеү юҡ икән, сәнәғәтте үҫтермәһәк, республика ла алға бармаясаҡ, эш урындары, һалымдар булмаясаҡ. Эйе, эшкәртеү варварҙарса алып барылһа - мәсьәлә икенсе. Был йәһәттән Ҡуштау беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, – тине ул.
Радий Хәбиров фекеренсә, халыҡ фекерен иҫәптә тотоп эшләү өсөн юлдар күп, мәҫәлән, урында референдумдар үткәреү.
– Беҙҙең әле был практиканы файҙаланғаныбыҙ юҡ, тик кәрәк булыуы бар. Һәр осраҡта аныҡ тикшерергә кәрәк, – тине ул.