Иҡтисад
30 Декабрь 2020, 17:30

Яңы йыл алдынан яҡшы хәбәр

Тағы ла 400-ҙән ашыу алданған өлөшсөнөң проблемаһы хәл ителде.

Өфөлә “Интеграл” акционерҙар йәмғиәтенең 175 алданған өлөшсөһө үҙ фатирҙарын аласаҡ. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылындағы “Торлаҡ йорт” һәм Благовещен ҡалаһындағы “Яңы йорт” торлаҡ төҙөлөш комплекстарында фатирҙарын ала алмаған 276 хужаға компенсация түләнәсәк. Федераль фондтың Күҙәтеү советы ошондай ҡарар ҡабул иткән.
“55 йорт төҙөлөшө тамамланасаҡ – 5002 граждан фатир аласаҡ. 49 йортта фатир өсөн түләп тә, уны көтөп ала алмаған 2076 өлөшсөгә компенсация түләнәсәк. Алданған граждандар мәсьәләһе буйынса йомғаҡ яһап, фондтың Күҙәтеү советы тарафынан 665 проблемалы объект буйынса ҡарар ҡабул ителде, был бөтә ил буйынса 55 мең өлөшсөнөң торлаҡҡа хоҡуғын тергеҙеү проблемаһын хәл итәсәк”, – тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуғын яҡлау фондтың генераль директоры Константин Тимофеев һүҙҙәренсә, 2020 йылда фонд, проблемалы объекттарҙы күпләп ҡарауға өлгәшеү өсөн, тамамлау һәм компенсациялар түләү буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итә башлаған.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас