Иҡтисад
31 Декабря 2020, 12:58

Үҫешкә этәргес бирә

Ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмәлә ҡала һәм райондарҙың урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһалды. Унда Стәрлетамаҡ ҡала округы иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште тип табылды. Еңеүсегә дипломды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Был рейтингты билдәләгәндә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестиция мөхите, транспорт инфраструктураһы, тормош һәм халыҡтың белем сифаты кимәле, кешеләрҙең власть органдары эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуы кеүек шарттар иҫәпкә алына.

Стәрлетамаҡ – республиканың икенсе сәнәғәт, мәҙәни, мәғариф үҙәге. Бында торлаҡ төҙөлөшө яҡшы бара, инвестиция йәлеп итеү күләме арта. Яңы ойошторолған “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Стәрлетамаҡтың, шулай уҡ күрше биләмәләрҙең үҫешенә этәргес бирә. Ҡалала яңы бәләкәй предприятиелар әүҙем асыла, эшҡыуарҙар һаны күбәйә, сауҙа, мәғариф һәм төҙөлөш өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә.
Стәрлетамаҡ көнкүреш уңайлыҡтары буйынса дүртенсе урынды биләй. Ошо көндәрҙә унда йоғошло ауырыуҙар госпитален төҙөү тамамланды.
Читайте нас