Был әйтем ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә туранан-тура ҡағыла. Ураҡ тамамланыу менән улар яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә башланы ла инде.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, тағылма ҡорамалдар 1 февралгә тиклем йүнәтелеп бөтөргә тейеш. 20 мартҡа ҡәҙәр барлыҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, ә 1 апрелгә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар сафта буласаҡ. Үҙйөрөшлө техниканың билдәләнгән тәртиптә техник күҙәтеү үтеүе зарур.
Әйткәндәй, быйыл техниканы ремонтлау, сәсеүгә әҙерләү былтырғыға ҡарағанда йылдамыраҡ бара. Ә капиталь ремонтлау һәм техниканы яңыртыу хужалыҡтарҙың үҙ базаларында, шулай уҡ махсуслашҡан ремонт предприятиеларында башҡарыла.
Шуныһы мөһим: 2017 йылда республикала Ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиеларының ассоциацияһы булдырылғайны, ул йүнәтеү менән мәшғүл ойошмаларҙы үҙенә берләштерә, уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтә. Ассоциация ошондай 56 предприятиены берләштерә.
Ер эшсәндәренә яҙға тиклем ете мең тирәһе трактор, ике мең самаһы иген йыйыу, 400 берәмек мал аҙығы әҙерләү комбайны, 300 үҙйөрөшлө сапҡыс, йәнә бихисап башҡа төр техника һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын ремонтлау бурысы тора.