Иҡтисад
3 Января 2021, 07:30

Ашығыс экспорт ярҙамы күрһәтелә

Быйылдан Башҡортостанда “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тормошҡа ашырыла.

Быйылдан Башҡортостанда республика экспортлаусылары өсөн “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тормошҡа ашырыла башлай.
Ул сит ил баҙарҙарына республика экспортын тәьмин итеү һәм экспортты диверсификациялау өсөн потенциаль экспортлаусыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Яңы проект нигеҙендә муниципалитет башлыҡтары һәм бизнес-шерифтар менән экспортты үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмәләр, шулай уҡ Башҡортостандағы экспортлаусы предприятиелар менән консультациялар үткәреләсәк.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” проектына ярашлы, Башҡортостандың халыҡ-ара тауар әйләнешенә йәлеп ителеүен, төбәктә экспорт ҡеүәтен үҫтереү алымдарын объектив баһалау мөмкинлеге тыуасаҡ. Бынан тыш, республика предприятиеларын тышҡы баҙарға сығарыуҙың ҡулай йүнәлештәре һайланасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда экспортҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас