Иҡтисад
3 Ғинуар 2021, 11:45

Юл һәм транспорт. Улар ниндәй хәлдә?

Был мәсьәлә буйынса транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев сығыш яһаны.

Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы йыл башланыр алдынан үткәрелгән оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙағы транспорт һәм юл хужалығы торошо буйынса яҡынса йомғаҡтар ҙа тикшерелде. Был мәсьәлә буйынса тармаҡ министры Алан Марзаев сығыш яһаны.
Уның әйтеүенсә, транспорт өлкәһендә пассажирҙар ташыуҙың сифатын яҡшыртыу буйынса киң эш алып барыла. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының хәрәкәт составы паркы даими яңыртыла. Былтыр 1,3 миллиард һумға 245 яңы автобус алынған, уларҙың барыһы ла ҡала, ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға тапшырылған.
Мәғлүмәт өсөн: 2019-2020 йылдарҙа өс миллиард һумға 723 яңы автобус алғандар. Авиапассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында былтыр “Өфө” халыҡ-ара аэропортының аэровокзал комплексын реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланған. Ундағы яңы терминал ҡеүәттәрҙе йоғонтолораҡ файҙаланыу һәм үткәреү мөмкинлеген киңәйтеү форсаты бирә. Хәҙер аэропорт сәғәтенә 1200 пассажирҙы үткәреү мөмкинлегенә эйә. Артабан ике терминал берҙәм архитектура комплексы булып тоташасаҡ, һөҙөмтәлә сәғәтенә ике мең пассажирҙы хеҙмәтләндереп буласаҡ.
“Өфө” станцияһының тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың да беренсе этабы тамамланған. Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлды яңыртыу эше башланған. Был проектты тормошҡа ашырыу транзит йөк поездарын ҡаланан ситкә сығарыу һәм ҡала буйынса ҡулса юлында юғары тиҙлектәге электричкалар йөрөтөү мөмкинлеге бирәсәк, шул иҫәптән – “Өфө” халыҡ-ара аэропорты аша. Юл хужалығына былтыр төбәк заказын тормошҡа ашырыу өсөн 26,2 миллиард һум бүленгәйне, шуның 7,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, ике мең километрҙан ашыулыҡ автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән, 40 километр яңы юл файҙаланыуға тапшырылған, 15 күпер ремонтланған һәм һигеҙ яңы күпер төҙөлгән. Былтыр ғинуарҙа Өфөнән М-5 “Урал” федераль трассаһына сығыу өсөн яңы юл буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре башланған. Объекттың смета хаҡы – 33,5 миллиард һум. Баш ҡаланың Воровский урамы осонда Ағиҙел аша 3,5 миллиард һумлыҡ яңы автомобиль күпере төҙөү, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау ҙа дауам итә.
Автомобиль юлдарын төбәк милкенән федераль милеккә күсереү эше бара. Былтыр 1 апрелдән федераль милеккә 8,9 километрлыҡ Өфө – Аэропорт юлы тапшырылған. Һөҙөмтәлә республиканың ошо юлды ҡарауға киткән 60 миллион һум аҡсаһы экономиялана. Төбәк әһәмиәтендәге Сибай – Аҡъяр һәм Өфө – Пермь юлдарын да ошолай тапшырыу эше дауам итә. Юлдарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында “Башкиравтодор” йәмғиәте өсөн 160 миллион һумға махсус техника һатып алынған.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда өс төбәк проекты тормошҡа ашырыла: ”Юл селтәре”, “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары” һәм “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге”. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға 2020 йылға 6,8 миллиард һум бүленгәйне, шуның 2,5 миллиарды – федераль бюджеттан. Эш 267 объектта барҙы, уларҙың 163-ө сафҡа индерелгән, 104-ендә эш дауам итә. Был проектҡа ярашлы яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 305,24 километр автомобиль юлы ремонтланған, 11,1 километрға капиталь ремонт яһалған. Бынан тыш, 23 светофор, 248 юл билдәһе, йәйәүлеләр өсөн 1 200 метр оҙонлоҡтағы ҡойма урынлаштырылған. Милли проект буйынса барлыҡ күрһәткестәргә өлгәшелгән.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген көсәйтеү маҡсатында автоомбиль юлдарында түбәндәге саралар тормошҡа ашырылған:
– дөйөм оҙонлоғо 14 мең километр булған асфальт-бетон япмаһына юл тамғалары төшөрөлгән;
– 12 километрҙа юл бордюрҙары ремонтланған һәм яңылары урынлаштырылған;
– 20 меңдән ашыу юл билдәһе эленгән;
– 7024 сигнал бағанаһы ҡуйылған һәм башҡалар.
Сервис моделенә ярашлы, былтыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән 621 фото-видео комплексы файҙаланыуға тапшырылған. Хәҙер республикала ошондай 1015 комплекс эшләй. 2021 йыл аҙағынаса уларҙың һанын 1815-кә еткереү планлаштырыла.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас