Өфөлә йылылыҡ күрһәткестәрен иҫәпләй торған дөйөм йорт приборҙарына счетчик күрһәткестәрен автоматик рәүештә ебәреп тороусы модемдарҙы ҡуя башлау планлаштырыла.
Был мөмкинлек хаҡында 4 ғинуарҙа ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың вәкилдәре һәм баш ҡала хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә һүҙ барҙы.
Бындай модемдар иҫәп алып барыусы ҡоролмаларҙан күрһәткестәрҙе дистанцияла алыу, йылылыҡ тотоноу иҫәбен теүәл алып барыу, квитанциялар формалаштырғанда хаталар ихтималлығын булдырмау, ошо тармаҡтың эшен асығыраҡ итеү мөмкинлеген бирә.
"Модемдарҙы ҡуйыу баш ҡалала йәшәүселәргә лә, ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларға ла мөһим. Был һәр йәһәттән экономиялау мөмкинлеген бирә", - тип билдәләне Сергей Греков. “БашРТС” йәмғиәте директоры Тимофей Дубровский компанияның дистанцияла мәғлүмәт йыйыусы модемдар ҡуйыу программаһында әүҙем ҡатнашырға әҙерлеген белдерҙе.
"Күрһәткестәр автоматлаштырылған рәүештә йыйылғанда, диспетчерға туранан-тура эләгә. Мәғлүмәттәр таблица рәүешендә бирелә, артабан ул ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларға түләүҙәрҙе формалаштырыу өсөн ебәрелә. Йортта йәшәгән һәр кемдең күрһәткестәрҙе баҫтырып алырға хоҡуғы бар, был йылылыҡ энергияһы ҡулланыуҙы иҫәпләүҙе күпкә асығыраҡ итә", - тине Тимофей Дубровский.
Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостандың аныҡ факттар буйынса түләү системаһына күсеүе (1/8; йорттарҙа йәшәүселәр йылылыҡ талап ителгән осорҙа тотонолған аныҡ энергия күләме өсөн генә түләй) күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа тотонолған йылылыҡ күләмен билдәләргә ярҙам иткән. Был үҙ сиратында энергияны һаҡлау сараларын һөҙөмтәлерәк планлаштырыу, йылылыҡта экономиялау мөмкинлеген бирә.
Сергей Греков ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға идарасы команиялар менән берлектә энергия һаҡлау программаларын эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Автоматлаштырылған модемдарға килгәндә, уларҙың төрлө варианттары һәм ҡуйыу ваҡыттары тәҡдим ителә.