Иҡтисад
4 Ғинуар 2021, 06:00

Пандемия осоро булһа ла...

Инвестициялар үҫеше буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй.

2020 йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар 209,6 миллиард һум тәшкил иткән. Үҫеш - 4,3 процент.
32 биләмәлә инвестициялар үҫеше тәьмин ителгән. Был йәһәттән республика Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 13-сө урын яулаған.
– Йыл дауамында Рәсәй буйынса 6,6 процентҡа ҡыҫҡартыу күҙәтелгәндә, был күрһәткестәрҙән кәм булмаған үҫеш - 352,4 миллиард һум, ә 2021 йылда 110 процентҡа үҫеш көтәбеҙ, – тигәйне республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Р.Х. Моратов.
Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға финанс ресурстарының йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн инженер һәм транспорт инфраструктураһы төҙөлөшө объекттарын тәьмин итеү буйынса кредиттың бер өлөшөн ҡаплау буйынса саралар ҡаралған.
Норматив базаны камиллаштырыу буйынса ла эш алып барылған. Башҡортостан Республикаһының ойошмалар килеме һалымына инвестиция һалым ҡайтармаһы буйынса закон ҡабул ителгән.
2020 йылда “Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге” проект штабы ойошторолған. Тағы “әҙер ҡарарҙар магазины” аша инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса яңы формат тормошҡа ашырыласаҡ. Ул юл буйы хеҙмәтләндереүе буйынса “һынау үткән”. Һөҙөмтәлә бының өсөн ҡулайлы 89 ер участкаһы һайлап алынған, дәүләт ярҙамын күрһәтеү буйынса махсус шарттар булдырылған. Һөҙөмтәлә 38 инвестор тарафынан 5 миллиард һумдан ашыу суммалыҡ 50-нән ашыу юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты ойоштороу планлаштырыла.
Былтыр 38 “инвестиция сәғәте” үткәрелгән, уларҙа 300 миллиард һумлыҡ 143 инвестиция проекты ҡаралған. Кәңәшмәләр һөҙөмтәһендә 7,7 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән.
Пандемия осоронда иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса саралар күрелгән. 1334 ойошма һәм эшҡыуар туранан-тура дәүләт ярҙамынан файҙаланған. Һалым һәм милек ташламаларын иҫәпкә алмайынса, күрһәтелгән субсидиялар күләме 4,5 миллиард һум тәшкил иткән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 2 меңдән ашыу субъект дәүләт һәм муниципаль мөлкәткә ҡуртым түләүҙәрен кисектереп тороу һәм азат ителеү мөмкинлеген файҙаланған.
Төбәк микрокредит ойошмаһы линияһы буйынса 398,2 миллион һумлыҡ 232 займ бирелгән, Гарантия фонды тарафынан 708,9 миллион һум суммаға 93 поручителлек күрһәтелгән. Сәнәғәт секторында 25 предприятиеға 450,3 миллион һумлыҡ кредит ярҙамы күрһәтелгән. Ауыл хужалығында 262 аграрийға 782 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән. Иҡтисадҡа ярҙам итеүҙең өсөнсө пакет ярҙам саралары проекты буйынса эш алып барылған.
Читайте нас