Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2021 йылда Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 19 километрлыҡ туғыҙ урам-юл селтәре участкаһын, шул иҫәптән Нуғай шоссеһын төҙөкләндерәләр.
Юл япмаһын яңыртыуҙан тыш, Ибраһимов һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙарын, Парк урамын капиталь ремонтлау күҙаллана, Галле урамының Октябрь проспектынан алып Комсомол урамына тиклемге өлөшөн реконструкциялау дауам итәсәк. Элегерәк төҙөкләндерелә башлаған участкаларҙа ла эш туҡтамаясаҡ. Улар иҫәбенә Комсомол һәм 8 Март урамдары (2019 – 2021), Воровский урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыу (2019 – 2022) инә.
Шулай уҡ Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөү планлаштырыла. Әле проект документацияһы тултырылған, ул дәүләт экспертизаһы үтә. Ыңғай һығымта алып, конкурс ғәмәлдәре нигеҙендә подряд ойошмаһы һайланғас, ошо ҙур транспорт проектын тормошҡа ашырыуға тотонасаҡтар.