Бөгөн Бөрө ҡалаһына һәм районына эш сәфәре барышында республика Башлығы бер нисә сәнәғәт объектында, шул иҫәптән “Бөрө керамикаһы” йәмғиәтендә лә булды. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
“Бөрөлә әлегә йәш һаналған, әммә үҙен танытып өлгөргән предприятиела – “Бөрө керамикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булдыҡ. Бында 2016 йылдан алып аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡтан сифатлы һәм хәүефһеҙ әйберҙәр – ресторан һәм кафелар өсөн һауыт-һабанан алып ҡулдан эшләнгән үҙенсәлекле статуэткаларға тиклем етештерәләр. Коллективтың үҫеш өсөн көсөн йәлләмәүе ҡыуандыра. Компания айына яҡынса 4,5 мең изделие етештерә һәм республика баҙарына, шулай уҡ тотош илгә – Санкт-Петербург, Рязань, Владимир, Краснодар, Екатеринбург, Төмән, Новосибирск һәм башҡа ҡалаларға оҙата. Бөрө оҫталары киләсәктә айына 30 меңдән ашыу изделие етештереү кимәленә һәм БДБ илдәре баҙарына сығыуҙы, шулай уҡ эре маркетплейстар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе планлаштыра. Был башланғыстарҙы мотлаҡ “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә ҡараясаҡбыҙ.