Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы, метан файҙаланылған газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла. 2022 йыл аҙағына федераль һәм республика ҡаҙнаһынан субсидияланған автомобилдәргә газ тултырыу буйынса 26 компрессорлы станция төҙөү күҙаллана. Былтыр федераль касса тулыһынса – 246 миллион һумға – үтәлгән. Төҙөлгән ете станцияның һәр береһе 40-ар миллион һумлыҡ субсидия алған.
Әле республикала 4500 берәмектән ашыу автотехника мотор яғыулығының экологиялы төрөндә – тәбиғи газда эшләй. Транспортта метан файҙаланыу күләме буйынса Башҡортостан – илдә алдынғылар иҫәбендә. 2019 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, республикабыҙ был күрһәткес буйынса Краснодар һәм Ставраполь крайы, Татарстан һәм Ростов өлкәһе менән рәттән тәүге биш төбәк исемлегенә инде.