Иҡтисад
11 Ғинуар 2021, 16:30

2021 йылдың мөһим бурыстары билдәләнде

Һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, төҙөлөш, ауыл хужалығы, сәйәси саралар...

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, коронавирус менән көрәш һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе күтәреү – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошоларҙы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә 2021 йылдың мөһим бурыстары тип билдәләне.
– Апрелдә илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтәсәк. Республикабыҙ кешеләренең һан һәм сифат структураһын аңлау өсөн бик мөһим ул, – тине Радий Хәбиров. – Был мәғлүмәттәр ҡала-ауылдарҙа дөрөҫ һәм нигеҙләнгән ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн мөһим. Халыҡ был кампанияның мәғәнәһен, маҡсаттарын аңларға тейеш.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға иҫәп алыуға ныҡлы әҙерләнергә, иҫәп алыусыларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Ә көҙ илдә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буласаҡ.
– Ул һайлауҙар дәүләтебеҙҙең артабанғы үҫешен билдәләйәсәк, шуға күрә был йәһәттән дә ойошҡан рәүештә эшләргә кәрәк буласаҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Үҙәк һайлау комиссияһы һәм муниципалитет башлыҡтары эште тәьмин итергә тейеш.
Коронавирус тураһында әйтеп, ул дөйөм һаулыҡ һаҡлау тармағы алдына ҡуйылған бурыстар тураһында белдерҙе. Республика етәксеһе фекере буйынса, вирусты дөйөм вакцинация менән еңергә мөмкин буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта медицина пандемиянан тағы ла көслөрәк булып сығырға тейеш.
– Коронавирусҡа бәйле хәл тамамланманы. Көн һайын 160 самаһы кеше өҫтәлә. 2021 йылға бурыс – инфекцияның таралыуына ҡаршы эште ойоштороу һәм кешеләрҙе дауалау, – тине ул. – Медицина йәһәтенән нығынырға кәрәк. Бының өсөн беҙгә күп аҡса бүленә. 2019 йылда федераль бюджеттан 19 миллиард һум алһаҡ, 2020 йылда 36 миллиард һум. Улар яңы поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөүгә тотонолдо. Беҙҙең бурыс – был аҡсаны ваҡытында һәм дөрөҫ итеп кешеләр өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеү.
Радий Фәрит улы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә быйыл федераль власть органдарынан коллегалары менән эште әүҙемерәк ойошторорға ҡушты. Шул иҫәптән илдең алдынғы дәүләт корпорациялары менән дә.
– Беҙҙең Хөкүмәт үҫеш хөкүмәте булырға тейеш. Беренсе этапта аҡса һәм көстө иҡтисадтағы коронавирусҡа тиклемге күрһәткестәргә еткереүгә йүнәлтергә кәрәк, – тине ул. – Беҙ кесаҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәрәбеҙ, бәләкәй предприятиелар ҙа беҙҙең ярҙамды тойорға тейеш.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа “Алға” махсус иҡтисади зонаһын, биш ТОСЭР-ҙы үҫтереү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушылды. Шулай уҡ республикала яңы махсус зоналар, ТОСЭРҙар, иҡтисади кластерҙар булдырыу өсөн заявкалар әҙерләргә кәрәк, тиелде. Ауыл хужалығына ҡағылып, Радий Фәрит улы эшкәртеү тармағын үҫтереүҙе мөһим бурыс тип билдәләне.
– Ғинуар аҙағына тиклем бының буйынса махсус программа булырға тейеш. Мин Бөрө ҡалаһында барған саҡта шуға иғтибар иттем. Унда билмән етештерәләр, тик предприятие итте ситтән һатып ала. Ә Баймаҡҡа барһам, фермерҙар, ит күп, алыусы юҡ, ти. Тимәк, беҙгә был сылбырҙа бәйләнеш булдырыу кәрәк, – тине ул.
Төҙөлөш һәм юл тармаҡтары алдында ҡуйылған бурыстар ҙа мөһим. 2020 йылда Башҡортостанда торлаҡ 12 процентҡа күберәк төҙөлгән. Ә 2030 йылға беҙ йыл һайын 4 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә тейеш. Өфөнөң 450 йыллығына социаль объекттар төҙөү, Көнсығыш сығыу юлын һәм Ағиҙел аша күперҙәр һалыу – айырым контролдә торған мәсьәләләр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас