Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙең береһе - йылылыҡ өсөн түләүҙең арттырылыуы хаҡында һүҙ булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Башҡортостан Башлығы йылылыҡ өсөн нигеҙһеҙ рәүештә түләнгән аҡсаны халыҡҡа ҡайтарырға һәм ике көн эсендә ваҡиғаның айышына төшөнөргә ҡушты.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов республика етәкселегенең проблемаға иғтибар йүнәлтеүен оптимизм менән ҡаршы алыуын йәшермәне.
“Йәмәғәт палатаһы күтәргән ҡатмарлы мәсьәләләргә республика етәкселегенең иғтибар итеүенә шатбыҙ. Әммә был - эштең яртыһы ғына. Был проблема буйынса Башҡортостан Башлығы ҡушҡан эштәрҙе үтәүгә ныҡлы йәмәғәт контролен урынлаштырыу үтә мөһим. Беҙ граждандарҙың эшкә ҡушылыуын һәм хәбәр итеүен һорайбыҙ - улар яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрәме икән?” - тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республика халҡының йылылыҡ өсөн түләүҙәргә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүенә оператив рәүештә ҡолаҡ һалды һәм проблеманы йәмәғәт контроленә алды. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеп, уларҙы өйрәнә башланы, аҙаҡ ведомство-ара эш төркөмө булдырылды.