Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың ҡапыл артыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, республика һәм ил етәкселегенә мөрәжәғәт иткәйне. Әлбиттә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләнән ситтә ҡалманы, ошо хаҡта фекерҙәре менән социаль селтәрҙәге диуарында ла уртаҡлашты.
“БашРТС буйынса. Хәлде тикшерәм. Һуңғы сиктә ошолар асыҡланды: 2020 йылдың декабрендә күп торлаҡлы йорттарҙа йәшәгәндәр йылылыҡ өсөн квитанциялар алды, унда ноябрҙәгегә ҡарағанда хаҡтар күпкә артҡан була. Айырым осраҡта 42 проценттан да күберәк.
Әлбиттә, был кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Күп һанлы ялыуҙар килә башланы, уларҙы Башҡортостан Йәмәғәт паталаһында махсус булдырылған комиссия йыйып барҙы. Эш төркөмөнә барлыҡ ҡыҙыҡһынған структуралар инде һәм улар түләүҙәрҙә һандарҙың үҫеүе сәбәптәре тураһында түбәндәге һығымтаға килде:
1. Хәҙер йылылыҡ өсөн “факт” буйынса түләнә, ғәҙәттә һөйләгәнсә, 1/8 буйынса. Йәғни, йәй халыҡ бер нәмә лә түләмәй. Көҙ йылылыҡ өсөн иҫәп ҡуйыла башлай, ә ҡышҡы айҙарҙа – үҙенең юғары нөктәһенә етә.
2. Ҡулланылған йылылыҡты иҫәпләү ҡорамалдарының бик теүәл эшләүе мөһим. Был идара итеүсе һәм сеймал менән тәьмин итеүсе компаниялар яуаплылығы зонаһы. Ҡорамалдың “алдаған” осрағы ла була, ә кешеләргә юғары иҫәп ҡуялар.
3. Артыҡ йылытыу ҙа килеп сыға. Йылылыҡ күп бирелә, ә уның өсөн эҫелә бешеп ултырған йәки йылылыҡ юғалыуында бер ғәйебе булмаған кешеләрҙе түләтергә мәжбүр итәләр.
4. Дөйөм йорт майҙанына бәйле етешһеҙлектәргә лә юл ҡуйыла, кешеләр, мәҫәлән, магазин хужалары милегендә булған биналар өсөн түләй. Йәки төрлө айҙа шул уҡ йортта төрлө майҙан күрһәтелә, ә уның айырмаһын унда йәшәгәндәр ҡаплай.
1. Элеккесә 1/8 буйынса түләйәсәкбеҙ, уңайлы. Күпме ҡулландың, шул тиклем өсөн иҫәпләшәһең.
2. Ҡорамалдар дөрөҫ эшләмәгән урында уларҙы төҙәтергә, ә түләүҙәрҙе кәметелгән күләмдә ебәрергә.
3. “Артыҡ йылытылған” урындарҙа йортта йәшәгәндәр түләргә тейеш түгел, ә быға юл ҡуйған йылылыҡ менән тәьмин итеүселәр һәм идара итеүсе компаниялар. Шулай уҡ халыҡҡа аҡсаны ҡайтарыу мотлаҡ. Бындай тәжрибә беҙҙә бар, алдараҡ та ҡайтарыуға өлгәштек.
4. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм Торлаҡ инспекцияһы бындай хәлдәр алдағы йылытыу миҙгелдәрендә ҡабатланмаһын өсөн тейешле структураларҙы даими тикшереп торорға тейеш.
5. Күп фтирлы йорттарҙағы майҙанды анализларға, уларҙы тейешле хәлгә килтерергә.
Муниципалитеттар урындарҙа эшсе төркөм булдырырға һәм йылытыу мәсьәләһе менән даими шөғөлләнергә тейеш, ә осраҡтан осраҡҡа түгел. Йорттарҙы ла ҡышҡа тейешенсә әҙерләргә. Әгәр ҙә ошондай хәл артабан да ҡабатланһа – йылытыу компанияларының һәм уларҙы күҙәткән чиновниктарҙың эш сифаты тураһында ойоштороу һөҙөмтәһе сығарасаҡбыҙ. Был шулай уҡ урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарына ла ҡағыла, улар халыҡ мәсьәләһенән ситтә ҡалырға тейеш түгел”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov