Өфө районының “Алексеевка” совхозында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы сараларҙы тормошҡа ашырыуҙан алынған иҡтисади һөҙөмтә ике миллион һум самаһы тәшкил икән.
Ярты йыл дауамында предприятие белгестәре һаҡсыл етештереү алымдарын үҙләштергән.
Һөҙөмтәлә пилот участкаһында эштең һөҙөмтәлелеге – 10,4, хеҙмәт етештереүсәнлеге 10 процентҡа артҡан, эште башҡарыу ваҡыты ун процентҡа кәмегән. Әйткәндәй, һаҡсыл етештереү алымдарын иген культураларын йыйыуҙы ҡулайлаштырыуҙа ҡулланғандар. Мәғлүм булыуынса, игенде ваҡытында йыйып алыу мал аҙығы сифатына йоғонто яһай, ә был үҙ сиратында һөт һауыу күләмендә сағылыш таба.
Әле Башҡортостанда 106 предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнаша.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙың маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Предприятиелар үҫешәсәк”, – тигәйне был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбиров.