Иҡтисад
13 Ғинуар 2021, 17:15

"Инвесторҙарға ярҙам итергә әҙербеҙ"

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы әле 24 миллиард һумлыҡ 38 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡыла.

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы әле 24 миллиард һумлыҡ 38 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Улар иҫәбенә юл буйы сервисы, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары өлкәһендәге проекттар инә.
"Бизнесҡа булышлыҡ итеү – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мөһим йүнәлеше. Потенциаль инвесторҙар проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙер булыуыбыҙҙы аңлаһын ине. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы 38 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, киләсәктә өс меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу күҙаллана", – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
“Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ һайлауға ҡағылышлы һорауҙар бик күп, шулай уҡ күптәр үҙ проекттарын Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүҙә, дәүләт ярҙамы алыуҙа ярҙам һорай. Үҫеш корпорацияһы уларға тулы хеҙмәттәр комплексын тәҡдим итә.
"Потенциаль инвесторҙың майҙансығы юҡ икән, уны һайлауға килешеү төҙөлә. Беҙҙең белгестәр инвесторҙан алынған критерийҙар нигеҙендә муниципалитеттарға һорау ебәрә, ғәмәлдәге инвестиция майҙансыҡтарын барлай. Кәрәк икән, проектҡа беркетелгән менеджер инвестор менән бергә тәғәйен участкаға барып килә. Йәғни эшҡыуарға участканы үҙаллы эҙләргә, район башлығына ҡабул итеүгә яҙылырға, майҙансыҡтарҙың үҙенсәлеген асыҡларға кәрәкмәй. Проект менеджеры барыһын да әҙерләп, почтаһына ебәрә", – тине Наил Ғәббәсов.
Потенциаль инвесторҙың майҙансығы булған осраҡта бизнес-план төҙөлә, ул ҡануниәткә ярашлы экспертиза үтә.
Артабан менеджер документтар пакетын туплай һәм уны “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарау өсөн республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына ебәрә. Ултырышта проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү, дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы мәсьәлә хәл ителә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас