Иҡтисад
13 Ғинуар 2021, 09:30

Улар Себерҙән Туймазыға ҡайтҡан

Себерҙә эшләгән аҡса нимә өсөн тотонолған? Был хаҡта ғаилә башлығы бәйән итте.

Уңғандан бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Ураҙмәтовтар ғаиләһе был һүҙҙәрҙең хаҡлығын тағы бер ҡат иҫбатланы.
Улар Себерҙән тыуған Туймазыһына күсеп ҡайтып, үҙ ауылында малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иткән.
– Себерҙә эшләгән аҡса эре мал үҫтерергә һәм ферма төҙөргә генә етте, – ти Руслан Ураҙмәтов.
Әле ғаилә 700-ҙән ашыу линда тоҡомло ҡаҙ аҫрай һәм 40 тоҡомло башмаҡтары бар. Ҡыҫҡа ваҡытта шул тиклем эштәр атҡарыуға өлгәшкән Ураҙмәтовтарҙың тырышлығы һоҡланыу тыуҙыра. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк!
Фото: ғаиләнең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас