Иҡтисад
12 Января 2021, 20:00

Ҙур төҙөлөштә меңгә яҡын кеше эшләй

Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын подрядсы 2023 йылда файҙаланыуға тапшырырға тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә былтыр 27 ғинуарҙа республика Башлығы Радий Хәбиров тоннелдә ҡаҙыу эштәрен тергеҙгәйне. Мәғлүм булыуынса, был эш 2007 йылда туҡтап ҡалғайны.
Проектта Өфөнән көнсығыш яҡлап федераль әһәмиәттәге М-5 трассаһына сыға торған төбәк әһәмиәтендәге яңы юл һалыу ҡарала. Төҙөлөш срогы – дүрт йыл, йүнәлтеләсәк инвестицияларҙың дөйөм күләме – 34 миллиард һум. Килешеүгә шулай уҡ тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер, ошо күперҙән М-5 “Урал” трассаһына тиклемге юл инә.
Әле тоннелдә ҡаҙыу, свай ҡағыу, нығытыу, гидроизоляциялау, күпер таяуҙары өсөн быраулап свай ҡағыу эштәре бара. Төҙөлөшкә 970 кеше, 135 берәмек төҙөлөш техникаһы, 24 берәмек механизм һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын подрядсы 2023 йылда файҙаланыуға тапшырырға тейеш.
Башҡортостан концессия компанияһының генераль директоры Асабали Закавов әйтеүенсә, бөгөн эш бөтә йүнәлештәрҙә әүҙем бара. Былтыр төҙөлөштә өс миллиард һум самаһы үҙләштерелһә, объектты ваҡытында сафҡа индереү, төҙөлөш темпын кәметмәү өсөн быйыл бер айҙа кәмендә бер миллиард һум йәлеп итеү күҙаллана.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас