Иҡтисад
14 Ғинуар 2021, 18:00

2021 йылға бурыс әле үк үтәлгән

Быйыл милли проектҡа ҡағылышлы бер нисә үҙгәреш бар.

Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына йәлеп ителгән предприятиелар һаны буйынса быйылға билдәләнгән кимәлде үтте.
2021 йылға милли проектта республиканан кәмендә 90 предприятиены ҡатнаштырыу бурысы ҡуйылғайны. Әммә 2020 йылда беҙ был күрһәткесте 37,6 процентҡа арттырҙыҡ һәм әле милли проектҡа 106 предприятие йәлеп ителгән. 2024 йылға тиклем уларҙы 150-гә еткереү планлаштырыла.
Мәғлүм булыуынса, быйыл милли проектҡа ҡағылышлы бер нисә үҙгәреш ғәмәлгә инә. Мәҫәлән, уның атамаһы ҡыҫҡартылып, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” тип кенә ҡалдырыла. Шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары урынына милли проектҡа сауҙа предприятиелары ҡушыла ала. 30 миллиард һумлыҡ табыш буйынса ла сикләүҙәр бар. Милли проектта ҡатнашыу өсөн иң аҙ килем күләме 400 миллион һумдан 800 миллион һумға тиклем арттырылды.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас