Иҡтисад
14 Ғинуар 2021, 16:30

Тәүге этап башланған

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе белдерҙе.
“Бөгөн Төбәк менән идара итеү үҙәге урынлашасаҡ бинаны ҡараным. Билдәле булыуынса, ул халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тиҙерәк һәм сифатлы хәл итергә, республикалағы социаль-иҡтисади хәлде күҙалларға булышлыҡ итәсәк.
Әлеге ваҡытта төҙөүселәр объекттағы иң ауыр эштәрҙе тамамланы, һыу һәм электр, йылылыҡ менән тәьмин итеү кеүек инженер коммуникацияларын үткәрҙе. Бер айҙан төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлаясаҡтар.
Төбәк менән идара итеү үҙәген ҡаяларҙа төҙөйбөҙ. Был, әлбиттә, ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра, эштәрҙе баҫҡыстар буйынса атҡарырға тура килә. Тышта инженер селтәрҙәре бар һәм уларға зыян итмәҫкә кәрәк, шуға майҙансыҡҡа бер яҡтан ғына инергә мөмкин. Әммә, ҡыйынлыҡтар булһа ла, ҡыҫҡа ваҡытта заманса үҙәкте күтәреү бурысын атҡарасаҡбыҙ.
Әлегә Төбәк менән идара итеү үҙәге Башҡортостан Башлығы Идаралығы базаһында эш башланы. Иғтибар үҙәгендә – республикала йәшәгәндәрҙең мөрәжәғәттәре, уларҙы анализлау, мәғлүмәт системалары менән эшләү. Яңы бинаға күскәс, киләһе этап башланасаҡ. Башҡортостанда йәшәгәндәр был эште тоя башлағандыр тип ышанам. Тиҙҙән улар был эште тулыһынса баһалай аласаҡ”.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас