Мәсетле ерендә “Бобин” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2018 йылдың көҙөндә барлыҡҡа килә. Тап шул осорҙа пайсылар үҙ көсө менән ит һәм ыҫланған колбаса етештерә башлай.
Йыл аҙағына кооператив урындағы хакимиәт ярҙамы менән 500 мең һумлыҡ грант ала. Һөҙөмтәлә иттең һәм колбасаның ассортименты киңәйә. 2019 йылда етештереү күләме 27 тоннаға етә.
Хәҙер “Бобин”да билмән, кәтлит, фрикаделька етештерәләр. Ауыл хужалығы кооперативында һигеҙ кеше эшләй. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса продукция күләме артҡан, предприятие табышлы эшләй башлаған.
Әйткәндәй, әле республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Шуларҙың 230-ы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru