Иҡтисад
15 Ғинуар 2021, 13:30

Иң заманса элеваторҙарҙың береһе беҙҙә буласаҡ

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт” форматында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттарҙы тикшерҙеләр.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт” форматында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттарҙы тикшерҙеләр.
“Йондоҙ” компанияһының генераль директоры Роман Жолобов Өфөлә заправкалау станцияһы, шул иҫәптән электромобилдәр өсөн зарядка пункты булған автосервис комплексы төҙөргә теләүе хаҡында белдерҙе. Инвестор үҙенең бизнес-планын эшләгән һәм объект өсөн майҙансыҡ ҡарап ҡуйған. Унда кафе менән магазин асасаҡтар. Яңы проект юл хеҙмәтләндереүе тармағында 27 яңы эш урыны ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк. Дөйөм һалынған аҡса күләме – 128,8 миллион һум. Проект ярҙам рәүешендә инженер һәм транспорт инфраструктураһын ойоштороу өсөн компенсация аласаҡ. Өфө хакимиәте ер участкаһын биргәндә ярҙам итәсәк.
50 мең тонналыҡ иген киптереү урыны булған яңы элеватор проекты хаҡында “Перспектива” идарасы компанияһы вәкиле Олег Кажаев һөйләне. Бының өсөн инвестор милеккә Стәрлетамаҡ районындағы ер участкаһын алған һәм буласаҡ комплекстың технологик планын әҙерләгән. Элеваторҙы 2022 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырмаҡсылар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был – илдәге заман технологиялары буйынса төҙөлгән беренсе элеваторҙарҙың береһе. 500 миллион һумлыҡ инвестиция проекты өҫтөнлөклө тип танылды һәм ҡоролмалар, инженер-транспорт инфраструктураһы сығымдарын ҡаплау ҡарала.
“Архангел ҡайнатмалары” компанияһын ойоштороусы Азамат Ғәлин Архангел районында алкоголһеҙ эсемлектәр етештереүҙе киңәйтеү пландары хаҡында һөйләне. Инвестор, 124 миллион һум аҡса һалып, ике мең төр тауар буйынса етештереү күләмен 1600 тоннанан 2000 тоннаға тиклем арттырмаҡсы. Проектҡа республиканың Үҫеш корпорацияһы ярҙам итә.
“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар башланғысты өҫтөнлөклө проекттар эсенә алырға ҡарар итте. Шулай уҡ инвесторҙың интенсив типтағы баҡсаларға һәм сеймалды һатып алыуға киткән сығымдары ҡапланасаҡ.
– Был проектты аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ярҙам саралары булған проект менән бәйләргә һәм ғәмәлдә һөҙөмтәлелеген баһаларға тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас