Әлеге мәлдә Мәскәүҙә үткән Гайдар форумында ҡатнашҡан Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда “Росгеология” холдингы менән берлектәге эш төркөмө булдырыласаҡ. Уның маҡсаты – төбәктең минераль сеймал мөмкинлектәрен барлау.
“Әле республикала сеймал ятҡылыҡтарында эш бара, ҡаҙыу ҙа, етештереү ҙә яйға һалынған. Шулай ҙа Башҡортостан майҙанының яртыһында тиерлек бер ниндәй ҙә эш алып барылмай, тикшереүҙәр ҙә үткәрелмәгән. Беҙ бөгөн "Росгеология" менән төрлө ятҡылыҡтарҙы разведкалау һәм тикшереү эшен киңерәк йәйелдереү маҡсатында эш төркөмө булдырыу тураһында килештек”, - тине Андрей Назаров.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһағанда Башҡортостан Премьер-министры республикала тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе – “әҙер ҡарарҙар магазины” тураһында һөйләне. Унда Хөкүмәт инвестиция проекты әҙерләү бурысын үҙ өҫтөнә ала: теге йәки был ятҡылыҡты билдәләү, баһалау, бизнес-моделде әҙерләү, кәрәкле инфраструктура булдырыу, транспорт мәсьәләһен хәл итеү һәм артабан һатып алыусыны эҙләү. Шулай итеп, инвестор өсөн тәүге аҙымды Хөкүмәт атҡара, ә проект тураһында мәғлүмәт республиканың асыҡ порталына ҡуйыла.
Миҫал итеп Андрей Назаров Новопетровск ятҡылығын үҫтереүҙе килтерҙе. Республика менән “РТЮ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Сибай ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһенең Сара ҡасабаһы араһында тимер юл төҙөргә планлаштыра. Рәсәй өсөн был йүнәлеш мөһим – ул Екатеринбург – Силәбе – Орск йүнәлешенә ҡарай, Ҡаҙағстан сигенә юлды 250 километрға ҡыҫҡарта. Башҡортостан иҡтисады өсөн дә был мөһим аҙым – Подольск һәм Юбилейный ятҡылыҡтарынан, унан инде Новопетровскиҙан сеймалды алып килеүҙе күпкә еңелләштерә, арзанлата.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.