Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслегендә үткән эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡ микрокредит ойошмаһы эшмәкәрлегенә һөҙөмтәләр яһалды.
Һөйләшеүҙә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Эшлекле Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ етәкселеге ҡатнашты.
Микрокредит ойошмаһы – эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамын күрһәткән әйҙәүсе төбәк үҫеш институттарының береһе. Ул эшмәкәрлеген 2009 йылдан алып бара.
Компания – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам алыу мөмкинлеген киңәйтеү” төбәк проектын төп тормошҡа ашырған ойошма ул. Коронавирус пандемияһы булһа ла, эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге буйынса барлыҡ күрһәткестәр тормошҡа ашырылған. 1 ғинуарға эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙамдың дөйөм күләме 3,6 миллиард һум тәшкил иткән. Былтыр ярты миллиардтан ашыу һумлыҡ 302 бизнес проекты финансланған. Займдар буйынса бирелгән кредит каникулы яҡынса 300 миллион һум тәшкил иткән.
– Бөгөнгө ауыр шарттарҙа төп мәсьәлә – һығылмалы, һәр кем ала алырлыҡ, коронавирус пандемияһының иҡтисади һәм социаль эҙемтәләрен йомшартыу. Ваҡытында күрелгән саралар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итте. Дөйөм алғанда, 2020 йылда дәүләт микрофинанс ярҙамын алғандар 6 меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итте, – тине Илшат Тажетдинов.
Кредит каникулдары механизмы ярҙамында эшҡыуар Николай Порядинға займды ҡайтарыу буйынса ярты йыллыҡ кисектереү ваҡыты бирелгән. Ул, сикләнеүҙәр булдырыу сәбәпле, башҡорт йүкәһен Чехияға “Кохинор” ҡәләмдәрен етештереү өсөн экспорт ташыуын туҡтатҡайны. Хәҙер ул етештереүҙең профилен үҙгәртеү һәм эшләү мөмкинлегенә эйә булған. Бөрөнән эшҡыуарҙар Диана менән Виктория Байдимировтар “Аристократ” бренды аҫтында ит ярымфабрикаттарын етештереүҙе киңәйткән. Әйткәндәй, был эште республика Башлығы Радий Хәбиров юғары баһалағайны.