Иҡтисад
15 Ғинуар 2021, 09:00

Тотош квартал төҙөкләндереләсәк

“Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, быйыл дүрт ихататанан торған тотош бер кварталды төҙөкләндерәсәктәр.

Нефтекама ҡалаһында быйыл, “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, дүрт ихататанан торған тотош бер кварталды төҙөкләндерәсәктәр. Ул - 11-се биҫтә һәм Төҙөүселәр, Дзержинский урамына ҡараған йорттар яны биләмәһе. Был кварталдың йорт яны ихаталары тотош яңырыу талап итә, сөнки 50 йылдан ашыу, йәғни йорттар төҙөлгәндән алып, бында ремонт эштәре үткәрелмәгән. Шулай уҡ өҫтәмә финанслау “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” республика һәм федераль программаларға ярашлы бүленәсәк.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 55 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Был суммаға асфальт япмаһын алыштырырға, туҡталҡаларҙы киңәйтергә, кер элеү, сүп-сар контейнерҙары майҙансығын төҙөкләндереү, шулай уҡ балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтарына резина япма түшәү һәм уратып алыу, ололар өсөн ял зонаһын булдырыу, йәшелләндереү, видеокамералар, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйып сығыу планлаштырыла.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әҙерлек эштәре былтыр июндә үк иҫке йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырыуҙан башланған. Эштәрҙе башҡарыуға ғаризалар ҡабул итеүҙә өҫтөнлөк башлыса муниципалитеттарға бирелгән булған, Нефтекама ҡалаһы - улар иҫәбендә, тип белдерәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
1 февралдән 1 апрелгә тиклем аукциондар үтеп, объекттарҙа эштәр 1 апрелдән 30 сентябргә тиклем башҡарыласаҡ, тип күҙаллана.
Фото: Башинформ.
Читайте нас