Иҡтисад
16 Ғинуар 2021, 11:00

Баймаҡта биш "Башҡорт ихатаһы" төҙөлә

Программаны сифатлы тормошҡа ашырыу өсөн былтыр 17 мең халыҡ йәшәгән муниципалитетҡа 35,1 миллион һум аҡса бүленгән.

Быйыл Баймаҡ ҡалаһы тағы ла матурланасаҡ: күп ҡатлы йорт янындағы биш ихата төҙөкләндереләсәк. Былтыр "Башҡорт ихаталары" программаһын сифатлы тормошҡа ашырыу өсөн 17 мең халыҡ йәшәгән муниципалитетҡа 35,1 миллион һум аҡса бүленгән.
"Проектты тормошҡа ашырыу барышында тирә-яҡты йәшелләндереүгә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүгә иғтибар ҙур буласаҡ. Был юҫыҡта заманса спорт ҡоролмалары алыу планлаштырыла, командалар менән уйнау өсөн хәүефһеҙ майҙансыҡ буласаҡ, проектта шулай уҡ ихата алдын асфальтлау, тротуарҙарҙы ремонтлау, өҫтәмә туҡталҡа урындары булдырыу, биләмәне яҡтыртыу кеүек эштәр ҡаралған", - тиҙәр ҡала хакимиәтендә.
Программала ҡатнашыу өсөн Әлибаев урамындағы 49-сы, Тыныслыҡ урамындағы 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Юбилей урамындағы 2-се, 4-се, 22А, Тыныслыҡ урамындағы 1-се, Еңеү урамындағы 1-се, 3-се, 3а, 3б, 7-се йорттар ихаталары ингән.
Ғаризалар ҡабул иткәндә айырым иғтибар эште тиҙ һәм сифатлы башҡара алған муниципалитеттарға бирелгән. Баймаҡ ҡалаһы - шундайҙар рәтендә.
1 февралдән 1 апрелгә тиклем аукцион үтәсәк, 1 апрелдән 30 сентябргә ҡәҙәр төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ҡарала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас