Иҡтисад
19 Ғинуар 2021, 18:15

Тормошоңдо тамырынан үҙгәртә алаһың

Инженер-технолог ҡатындың хыялы бөтөнләй башҡа булған – ҡартайған, ярҙамға мохтаж кешеләргә булышыу. Һөҙөмтәлә ул бер көн эшенән китә...

Бәлки, дәүләт ярҙамының был төрө хаҡында белеүселәр, ишетеүселәр, хатта унан файҙаланыусылар ҙа барҙыр. Һүҙебеҙ республикала социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам тураһында.
Фәҡирлектән сығырға теләгәндәр өсөн былтыр ошо программаны тормошҡа ашырыуға 307 миллион һум аҡса йүнәлтелде (37 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан), алты меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамынан файҙаланды. Иң мөһиме - һөҙөмтә бар!
Мәләүездә йәшәгән Татьяна Матвеева һуңғы ваҡытта бер эшҡыуарҙа икмәк бешергән. Һөнәре буйынса - икмәк-булка, кондитер изделиелары әҙерләү инженер-технологы. Әммә ҡатындың хыялы бөтөнләй башҡа булған – ҡартайған, ярҙамға мохтаж кешеләргә булышыу, уларҙы тәрбиәләү теләге менән янған. 45 йәшлек Татьяна тормошон тамырынан үҙгәртергә ҡарар итеп, бер көн эшенән китә.
"Социаль контракттар программаһы тураһында телевизор аша ишеттем. Интернетта был хаҡта мәғлүмәт зҙләнем. Аҙаҡ Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Мине эшһеҙҙәр иҫәбенә ҡуйҙылар һәм социаль контракт төҙөргә тәҡдим иттеләр", - тип һөйләй Татьяна.
Социаль хеҙмәткәрҙәр курсын ул онлайн режимында үтә, һөнәр нескәлектәрен ентекләп үҙләштерә һәм социаль хеҙмәткәр булып эш башлай. Хәҙер ул Мәләүездәге “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә яңы вазифала үҙ көсөн һынай.
"Көнөнә биш-алты өлкән кешенең өйөнә барып хәлен белешәм, аҙыҡ-түлек ташыйым, ашарға әҙерләйем, инвалидтарға дауаханаға барырға ярҙам итәм, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйем. Эшем бик оҡшай", - ти ҡатын.
Эше еңелдән түгел, сөнки ябай булмаған шарттарҙа йәшәйбеҙ, кешеләр йыш ауырый, вафат булғандар ҙа бар. Татьянаның әйтеүенсә, социаль контракт программаһы айырыуса эшһеҙ ҡалғандар өсөн файҙалы, хатта өлкәнерәк йәштә лә яңы һөнәр үҙләштереү мөмкин.
Һөнәргә өйрәнеү - программа йүнәлештәренең береһе генә. Былтыр уға ярашлы 297 кеше яңы белем алған. Пандемия эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеү барышын бер аҙ тотҡарлаған. Шулай ҙа программала ҡатнашҡан алты меңгә яҡын кеше бер тапҡыр бирелгән һәм айлыҡ түләүҙәр алған, үҙ сиратында улар махсус социаль адаптация программаһында ҡаралған сараларҙы үтәгән. Контракттарҙың яртыһынан күберәге ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға тура килә. Тәү сиратта мөһим булған әйберҙәр, кейем-һалым, аяҡ кейеме, дарыуҙар тапшырылған.
506 кеше үҙ бизнесын асырға ҡарар иткән, был йүнәлеш башҡаларынан уңышлыраҡ та күренә. 250 мең һумға тиклем матди ярҙам алғандар үҙ эшен асыуға өлгәшкән. Ыңғай миҫалдарҙы күпләп килтерергә булыр ине. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан күп бала әсәһе Гөлсирен Томаншина социаль контракт нигеҙендә кәрәкле тауарҙар алһа, хәҙер медицина теркәүсеһе һөнәрен үҙләштерә.
Шуныһы һөйөндөрә: быйыл да социаль контракттар программаһы дауам итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 435 миллион һум аҡса бүленгән. Тик субсидиялар биреү тәртибе бер ни тиклем үҙгәрә.
Программа республикалағы эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен йомшартыуға булышасаҡ.
"Бик яҡшы проект, аҡсаһы ла насар түгел, уны дауам итегеҙ, - тип билдәләгәйне оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров. - 2021 йылға мөһим бурыс – мәшғүллек".
Фото: Neftpk.ru
Читайте нас