Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда проблемалы объекттарҙы һалыу һәм өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһының “Яҙ” (“Йыл миҙгелдәре”) торлаҡ комплексындағы ике йорт төҙөлөшөн тамамлау тураһында һөйләште. Мәғлүм булыуынса, төбәк етәксеһе быйыл ғинуарҙа эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығын ҡарап сыҡҡайны.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә бер аҙна эсендә тәҡдимдәр индерергә һәм киләһе “Төҙөлөш сәғәте”ндә объектты төҙөп бөтөүҙең ҡулай алымын һайларға ҡушты.
Йәнә бер проблемалы объект – Өфөләге “Муйылҡайҙар” (“Черемушки”) торлаҡ комплексы. Уға аҡса бүлеү шарттарын үтәү өсөн кәңәшмәлә ҡатнашыусылар банк менән Башҡортостандың Төбәк фонды араһында килешеү төҙөү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был проблемаға өс аҙнанан әйләнеп ҡайтырға тигән күрһәтмә бирҙе.
Республиканың төҙөлөш компаниялары вәкилдәре Рәсәйҙә металлопрокатҡа хаҡ артыуы тураһында һөйләне. Былтыр үҙебеҙҙең етештереүселәр тимер-бетон конструкцияларға хаҡты 50-60 процентҡа күтәргән. Һөҙөмтәлә торлаҡ, социаль объекттар төҙөүгә, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға сығым да ярайһы уҡ артыуы ихтимал. Ошоға бәйле смета хаҡына төҙәтмә индереү, дәүләт экспертизаһын ҡайтанан үтеү зарурлығы тыуыуы бар.
Башҡортостанда 25 уртаса һәм ҙур тимер-бетон предприятиеһы эшләй. Улар, нигеҙҙә, республика эсендәге заказдарҙы үтәй. Радий Хәбиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына һатып алыу ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу өсөн төҙөүселәрҙең республика предприятиелары менән үҙ-ара бәйләнешен яйға һалыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.