Иҡтисад
19 Ғинуар 2021, 11:30

“Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлекте лупа аша ҡараясаҡбыҙ”

Республикала был проблеманы хәл итеү өсөн йылылыҡ миҙгеле алдынан күп ҡатлы йорттарҙың техник әҙерлегенә контроль көсәйтеләсәк...

Йылылыҡҡа түләүҙәрҙең артыуы менән халыҡтан килгән ялыуҙар буйынса тикшереү дауам итә. Йорт эсендәге системаларҙың төҙөк булмауы йәки дөрөҫ эшләмәүе арҡаһында асыҡланған факттар табылып ҡына тора. Республикала был проблеманы хәл итеү өсөн йылылыҡ миҙгеле алдынан күп ҡатлы йорттарҙың техник әҙерлегенә контроль көсәйтеләсәк. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш каналындағы тура эфирҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Законға ярашлы, йыл һайын 10 сентябргә тиклем урындағы үҙ идара органдары идарасы һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар, шулай уҡ күп ҡатлы йорттар советтары менән берлектә йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек паспортын әҙерләргә тейеш. Министрлыҡҡа бындай паспорт бөтә яуаплы яҡтарҙың ҡултамғалары менән килә.
“Бөгөнгө ваҡиғанан сығып, беҙ тораҡтарҙы ҡышҡа әҙерләүгә контролдең формаль рәүештә үткәрелеүен күрәбеҙ, юғиһә әлеге кеүек проблемалар булмаҫ ине, - тип билдәләне Борис Беляев. - Беҙҙең бурыс - 2021-2022 йылдар миҙгелендә бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау. Әҙерлек паспорттарын лупа аша тигәндәй ҡараясаҡбыҙ. Урындағы үҙ идара органдарынан ҡатыраҡ һораясаҡбыҙ, сөнки торлаҡ фондын ҡышҡа әҙерләүҙе контролләү уларҙың яуаплылығында.”
Фото:Rbc.ru
Читайте нас