Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы, Туймазы ҡалаһындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы бинаһы төҙөлдө.
Әле сорттарға айырыу ҡорамалын монтажлау бара. Тиҙҙән роторлы һәм магнитлы сепараторҙар, автоматлаштырылған каналлы пресс, таҫмалы, реверслы, сорттарға айырыусы транспортерҙар, шулай уҡ комплексҡа идара ите- системаһы ҡуйыла. Мәғлүм булыуынса, яңы комплекс йылына 100 тонна ҡалдыҡты эшкәртеүгә иҫәпләнә. Төбәк операторы – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объект төҙөлөшөнә һәм уны йыһазландырыуға 140 миллион һум аҡса йүнәлтә. Бында 80-100 эш урыны булдырыла.
“Экология Т” йәмғиәте директоры Илнур Шакиров әйтеүенсә, комплекс заманса “Грохот” һәм “Шредер” системалары менән тәьмин ителә. Тәүге ҡорамал органиканы эшкәртеп, артабан файҙаланырлыҡ ресурстарҙың 30 процентын тиерлек алыу мөмкинлеген бирһә, икенсеһе ҙур күләмле ҡалдыҡтарҙы эшкәртәсәк.
Фото: tuimazy.bashkortostan.ru