Иҡтисад
21 Ғинуар 2021, 15:30

515 кеше тиҙҙән өй туйлаясаҡ

Башҡортостанда төҙөүселәрҙең үҙ йөкләмәһен үтәмәүе һөҙөмтәһендә 7500-ҙән ашыу кеше зыян күргәйне.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы көйләү буйынса республика штабы ултырышын үткәрҙе.
Сарала Өфөләге “Муйылҡайҙар” торлаҡ комплексы төҙөлөшөн ахырына еткереү өсөн проектҡа ярашлы финанслауҙы йәлеп итеү, “Госстрой” корпорацияһы объекттарындағы һәм “Миловка паркы”ндағы торлаҡ йорттар төҙөлөшөндә граждандарҙың законлы хоҡуғын, мәнфәғәттәрен тергеҙеү тураһында һүҙ барҙы. “Госстрой” корпорацияһының проблемалы объекттары төҙөлөшөн үҙ иңенә алған “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө былтыр декабрҙә алданған өлөшсөләргә фатир асҡысы тапшыра башлағайны. 515 кеше тиҙҙән өй туйлаясаҡ. “Ағиҙел” торлаҡ комплексының юл картаһына ярашлы, киләһе этапта “А” һәм “Б” секцияларының тирә-яҡтағы биләмәһе төҙөкләндереләсәк, “В” һәм “Г” секцияларында төҙөлөш башланасаҡ. Уларҙы быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
“Баҡса ҡулсаһы” шулай уҡ “Ленин урамындағы Эрмитаж”, “Ҡала Советындағы Эрмитаж”, “Мәскәү” торлаҡ комплекстарындағы йорттарҙың төҙөлөшөн аҙағына еткереү бурысын үҙ өҫтөнә алды.
Башҡортостанда төҙөүселәрҙең үҙ йөкләмәһен үтәмәүе һөҙөмтәһендә 7500-ҙән ашыу кеше зыян күргәйне. Әле уларҙың һаны 6500-гә тиклем кәмене. Федераль талаптарға ярашлы, граждандарҙың хоҡуҡтарын 2024 йылға тилем тулыһынса тергеҙеү планлаштырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас