Иҡтисад
21 Ғинуар 2021, 13:30

Белоруссия "БСК"нан сеймал аласаҡ

"Белоруссия быяла компанияһы” дәүләт предприятиеһы “Башҡортостан сода компанияһы” (“БСК”) акционерҙар йәмғиәтенән 25 миллион долларлыҡ сеймал һатып алырға ниәтләй.

"Белоруссия быяла компанияһы” дәүләт предприятиеһы “Башҡортостан сода компанияһы” (“БСК”) акционерҙар йәмғиәтенән 25 миллион долларлыҡ сеймал һатып алырға ниәтләй. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Белоруссия делегацияһы менән осрашыуы барышында билдәле булды.
– Беларусь үҙ-ара тауар әйләнеше күләме буйынса тәүге биш ил иҫәбенә инә. 2019 йылда ул Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 8,3 процент тәшкил итте һәм өсөнсө урынды алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙ был күрһәткестең түбәнәйеүен күрәбеҙ. Быға пандемия сәбәпсе икәнлеге аңлашыла, тышҡы сауҙа әйләнеше хәҙер бөтә донъяла кәмей. Әммә беҙгә күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн барлыҡ көстө һалырға кәрәк, – тине Андрей Назаров.
“Белоруссия быяла компанияһы” дәүләт предприятиеһының генераль директоры Юрий Скрипко әйткәнсә, әле Белоруссия быяла етештереү өсөн кәрәк булған кальцийланған соданың 70 процентын Башҡортостанда һатып ала. Кальцийланған соданан тыш, Беларусь беҙҙең республиканан минераль продукттар, химия сәнәғәте тауарҙары, металл һәм башҡаны һатып ала.
Беларусь делегацияһы менән осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең Өфөләге вәкиллеге советнигы-етәксеһе Артур Карпович һәм "Гомельстекло” йәмғиәтенең генераль директоры Петр Максимчиков ҡатнашты.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Читайте нас