Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың төп мәғлүмәт саралары хәбәрселәре өсөн ойошторолған брифинг барышында 2020 йылға йомғаҡ яһаны.
Төбәктең төп иҡтисади тармағы – ауыл хужалығы - үткән йылды тотороҡло үҫеш менән тамамланы. Артабанғы маҡсат - ошо үҫеште һаҡлап ҡалыу һәм алынған темпты кәметмәү. Тармаҡ журналистарҙың даими иғтибары үҙәгендә. Айырыуса “Башҡортостан” гәзите ауыл эшсәндәре хеҙмәтенә иғтибарлы. Баҫма уҡыусыларының 90 проценты – ауыл кешеләре. Шуға ошо өлкәне йыш яҡтыртабыҙ. Илшат Фәзрахманов хәбәрсебеҙ Лилиә Нуретдинованың һорауына яуап бирҙе:
– Илшат Илдус улы, быйыл сәсеү мәлендә лә, уңыш йыйыу кампанияһы барышында ла райондарға күп йөрөнөк. Төрлө хужалыҡтарҙы яҡтырттыҡ. Иң ҡыуандырғаны – баҫыуҙарҙа гөрләп эшләп йөрөгән яңы техниканы күреү. Ысынлап та, ҡеүәтле техника ярҙамында уңыш та юғалтыуһыҙ йыйыла, эш тә йылдамыраҡ башҡарыла. Ауыл хужалығы предприятиеларына техниканы яңыртыуға нимә нығыраҡ ярҙам итте: федераль һәм республика кимәлендә ҡабул ителгән программалармы, әллә "Росагролизинг" компанияһы менән килешеүме? Быйыл техника паркын яңыртыу ҙа ошондай йылдам темптар менән башҡарыласаҡмы?
– Баҫыуҙарға сыҡҡанда яңы техниканы күреп мин дә ныҡ ҡыуанам. Ысынлап та, уларҙың ҡеүәте шәп. Комбайнсы эргәһенә ултырып баҫыуҙы әйләнеп сыҡмаһам, күңелем булмай. Тракторҙарҙың да ҡеүәте хәтәр, ажғырып торалар. Әлбиттә, ҡеүәтле техника ярҙамында ауыл хужалығы предприятиелары уңышты ла юғалтыуһыҙ йыйып ала, сәсеү кампанияһын да тиҙерәк атҡара, ер һөрөү ҙә тейешле кимәлдә башҡарыла.
– Былтыр йыл дауамында ауыл хужалығы предприятиелары 3 607 берәмек яңы техника һатып алды. Техниканың хаҡы ун миллиард һум тәшкил итте. Был һан былтырғынан 3,5 миллиард һумға күберәк. Әлбиттә, был - һуңғы йылдарҙағы системалы алып барылған эш һөҙөмтәһе. Шуны билдәләп үткем килә: һуңғы 20 йыл эсендә республикала бөтә төр техниканың да яңырыуы күренә. Мәҫәлән, тракторҙар паркы - 200, комбайндар 280 берәмеккә артты. Иген урыу комбайндарына төшкән көсөргәнеш гектарынан 470-тән 450-гә кәмене. Был күрһәткесте 350 гектарға еткерергә йыйынабыҙ. Сәсеү машиналары 200 берәмеккә артты. Бөгөн улар һигеҙ меңдән ашыу. Һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр яңы техника иҫкеһенән күберәк. Был - ҙур уңыш.
Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.