Иҡтисад
22 Ғинуар 2021, 15:35

“Борис Беляев: “Таҙатыу ҡоролмаһы бик шәп”

Ведомство етәксеһе Түбәнге Йәркәй ауылындағы биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡарап сыҡты.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Илеш районында эш сәфәрендә булды. Ведомство етәксеһе Түбәнге Йәркәй ауылындағы биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡарап сыҡты. 2018 йылда бында ағынты һыуҙарҙы таҙартыу объекты төҙөлөшө башланғайны.
Ауылдағы әүәлге таҙартыу ҡоролмалары 1974 йылда уҡ ғәмәлгә индерелә, ваҡыт үтеү менән улар бик ныҡ иҫкерә, күп фатирлы йорттар, социаль объекттар әүҙем сафҡа инеү менән арта барған талапты үтәй алмай башлай.
Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, төҙөлөшкә Башҡортостан бюджетынан 215 миллион һум аҡса бүленә. Ул район хакимиәтенә субсидия рәүешендә тапшырыла. Объект былтыр сафҡа инә.
– Бик шәп таҙартыу ҡоролмалары, иң мөһиме – технологияһы дөрөҫ. Бөгөн Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов та тәжрибә өйрәнергә килде. Дәүләкәндә лә таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. Уртаҡ тырышлыҡ менән генә республикабыҙҙы үҫтерә, халыҡтың тормошон яҡшырта, экология хаҡында хәстәрлек күрә алабыҙ, – тине Борис Беляев.
Фото: house.bashkortostan.ru
Читайте нас