Иҡтисад
22 Ғинуар 2021, 07:00

Быйыл Өфөлә ҡайһы урамдар төҙөкләндерелә?

Юлсылар шулай уҡ Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөргә ниәтләй.

Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 19,01 километрлыҡ туғыҙ урам-юл селтәре участкаһын, шул иҫәптән бер күсмә объектты – Нуғай шоссеһын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Ремонт яһаласаҡ участкалар исемлегенә Әрмән, Ветошников, Көтөүлек, Николай Дмитриев, Район, Эшсе, Ухтомский урамдары, Алексеевка шоссеһы инә. Әле подряд ойошмаларын билдәләү буйынса конкурс ғәмәлдәре иғлан ителде. Аукциондар тамамланғас, еңеүселәр менән килешеү төҙөлә. Ә инде көндәр йылыныу менән юлсылар ремонт эшенә тотонасаҡ.
Бынан тыш, Ибраһимов һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙарын, Парк урамын капиталь төҙөкләндереү, Галле урамының Октябрь проспектынан алып Комсомол урамына тиклемге өлөшөндә эште дауам итеү күҙаллана.
Юлсылар шулай уҡ Зинин ауылында юл айырсаһы төҙөргә ниәтләй.
Фото: ufacity.info
Читайте нас