Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экология мәсьәләләренә иғтибар ҙур. Сер түгел, һәр эре тау сәнәғәте заводында экология проблемалары бар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты – Урал тау руда сәнәғәте предприятиелары араһында экология мәсьәләләре менән иң ныҡ шөғөлләнгән предприятие. 1983 йылдан алып һыу таҙартыу өсөн биш нейтралләштереү станцияһы төҙөлдө. Концентраттар киптергәндә газ яғыулығы ҡулланыла, барлыҡ ҡаҙанлыҡтар мазуттан газға күсерелгән.
Фабрикала концентраттар ҡыҫылған һауа ярҙамында киптерелә, хәҙер торбалар төтәмәй. Бынан тыш, энергияны һаҡлаған һөҙөмтәле технологиялар индерелә. Һауаға сығарылған бысраҡты кәметеүгә генә түгел, энергия ресурстарын – газ, электр уты, һыуҙы артыҡ сарыф итмәҫкә тырышалар.
Экология өлкәһендә сәнәғәт предприятиелары өсөн ҡанундар йылдан-йыл ҡәтғиләнә. Предприятиелар уларҙы мотлаҡ күҙәтергә тейеш, шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә техноген тәьҫирҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында комбинатта ҙур аҡса тотонола.
Әлеге ваҡытта ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында ҡоролмаларҙың икенсе сираты төҙөлә. Яңы технологияларҙы ҡулланыу ҡоролмаларҙың етештереүсәнлеген арттырасаҡ, таҙартыу сифаты балыҡсылыҡ хужалығында рөхсәт ителгән концентрация нормаларына тиклем еткереләсәк – Яңы Учалы руднигы төҙөлөү айҡанлы, был бигерәк тә көнүҙәк. Төҙөлөш өсөн сарыф ителгән сумма 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Объект 2022 йылда эксплуатацияға тапшырылыр тип күҙаллана.
Фабриканың байыҡтырыу ҡалдыҡтарын ҡуйыртыу комплексы – комбинаттың тормошҡа ашырылған тағы бер экологик проекты. Был технология ҡалдыҡтарҙы ер өҫтөнә түгел, ә Учалы карьерының эшкәртелеп бөткән уйымына һалыу мөмкинлеген бирҙе. Проектты ғәмәлгә индереү маҡсатында 1,4 миллиард һум аҡса тотонолдо.
Ошо көндәрҙә йәнә бер экологик проект ғәмәлгә инәсәк. Комбинатта фильтрлау-киптереү бүлегенең асыҡ келәтен ҡаплау өсөн бина төҙөлә. Ваҡытлыса һаҡлау келәтенә составында баҡыр булған етештереү продукттары һәм киптерелгән байыҡтырыу ҡалдыҡтары, йәғни ошо эшмәкәрлек тармағының өҫтәмә продукттары, килтерелә.
– Уларҙы конвейер трактынан келәткә бушатҡанда, технологик транспортҡа тейәгәндә, саң барлыҡҡа килә. Ябыҡ бина төҙөү тирә-яҡ мөхиткә саң туҙыуын һәм зарарлы матдәләрҙең таралыуын кәметәсәк, – тип аңлатма бирә фильтрлау-киптереү бүлеге начальнигы Марат Мөлөков.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының проект-конструкторҙар бүлеге тарафынан проектланған бина тиҙ ҡорола торған металл конструкцияларҙан төҙөлә. Ул үҙбушатҡыстар, фронталь тейәгестәр, шулай уҡ тимер юл вагондары инеп-сығырлыҡ автомат ҡапҡалы ике уйым менән йыһазландырыла.
Әлеге ваҡытта составында баҡыр булған етештереү продукттары һәм киптерелгән ҡалдыҡтар асыҡ келәттән үҙбушатҡыстар ярҙамында сығарыла. Беренсе продукттар ҡулланыусыларға тейәп оҙатыу өсөн әҙер продукция келәттәренә ебәрелә. Ә байыҡтырыу ҡалдыҡтары Учалы ер аҫты руднигының эшкәртелеп бөткән уйымдарын тултырыу өсөн ҡатнашма итеп ҡулланыла. Ябыҡ бина эксплуатациялана башлағас, ҡалдыҡтарҙы тимер юл составтарында ташыясаҡтар.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 32 миллион һум тип баһалана. Проект оҙаҡламай ғәмәлгә инәсәк.