Иҡтисад
23 Ғинуар 2021, 17:55

Радий Хәбиров ҡыуанысы менән уртаҡлашты

"Был беҙҙең иҡтисадҡа өҫтәмә табыш бирә ала..."

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Ул буласаҡ инвесторҙар менән осрашыуҙа бәләкәй нефть компаниялары селтәре төҙөү тураһында һөйләште.
“Минең ҡулымда - нефть. Бөгөн, шәмбелә, бик ҡыҙыҡлы кешеләр, беҙҙең яҡташтар менән осрашыу планлаштырғанмын. Улар – бәләкәй нефть компанияһын ойоштороусылар. Һәм ҡулымдағы нефть быға тиклем күргәндәрҙән бик айырыла, сөнки уны беҙҙең бәләкәй компания тапҡан.
“Башнефть” – бик ҙур компания һәм ҙур ятҡылыҡтарҙы эшкәртә. Ә бит ҙур күләмдәге нефте булған бәләкәй ятҡылыҡтар бар. Һәм был беҙҙең иҡтисадҡа өҫтәмә табыш бирә ала. Шул уҡ ваҡытта бының бик ауыр технологик процесс булғанын дә яҡшы аңлайбыҙ. Әммә ул беҙҙең компанияларҙың хәленән килерлек. Һәм хәҙер был колба беҙҙең республикала бәләкәй нефть компаниялары селтәрен булдырыу буйынса "тәүге ҡарлуғас" символы рәүешендә минең өҫтәлемдә торасаҡ”, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Фото: скриншот.
Читайте нас