Шишмә май экстракцияһы заводында рапс орлоғон эшкәртә башланылар. Был юлы рапс майы тотош Ҡытайға ебәрелә.
Әлегә тиклем май биодизель яғыулығы етештереү өсөн Балтик буйы заводтарына оҙатыла ине. Быйыл иһә Башҡортостанда етештерелгән рапс майына Ҡытай ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Унда бөтәһе 2,6 мең тонна продукция ебәреләсәк.
Әйткәндәй, рапс орлоғо республикалағы ауыл етештереүселәренән һатып алынған. Шишмә заводында алты мең тоннанан ашыу ошо техник культура орлоғон эшкәртергә ниәтләйҙәр.
Шишмә май экстракцияһы заводының төп йүнәлеше – көнбағыш майы етештереү. 2018 йылдан предприятиела рапс орлоғон эшкәртеүҙе лә үҙләштергәндәр.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты 165 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға был күрһәткес 230 миллион долларға еткерелергә тейеш.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru