Бөгөн Өфө халҡы йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү буйынса һорауҙарын бирә аласаҡ. 23 ғинуарҙа район хакимиәт башлыҡтары һәм ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар етәкселәре менән осрашыуҙар түбәндәге адрестар буйынса үтәсәк:
– Октябрь районы – район хакимиәте бинаһы, Комсомол урамы, 142/1, 4-се ҡат, акттар залы, 14 сәғәттә башлана;
– Совет районы – район хакимиәте бинаһы, Революцион урам, 111, 4-се ҡат, акттар залы, 13 сәғәттә башлана;
– Ленин районы – район хакимиәте бинаһы, Мостай Кәрим урамы, 19, 13 сәғәттә башлана;
– Калинин районы – район хакимиәте бинаһы, Орджоникидзе урамы, 3, 13 сәғәттә башлана;
– Киров районы, ЖЭУ-2 бинаһы, Батыр урамы, 4/2, 14 сәғәттә башлана;
– Орджоникидзе районы – район хакимиәте бинаһы, Тыныслыҡ урамы, 6, 13 сәғәттә башлана;
– Дим районы – “Орион” ижад һарайы бинаһы, Таллин урамы, 17, 13 сәғәттә башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәмәғәт палатаһының яңы составы менән осрашҡан саҡта, быйылғы ҡыштың иң “ҡайнар” темаһы – йылылыҡ өсөн түләү буйынса ла фекер алышҡайны.
"Әгәр декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42 проценттан күберәккә артһа, “Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль предприятиеһы хаҡты яңынан иҫәпләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – 23 ғинуарҙа Өфөнөң һәр бер районында идарасы компанияларҙың халыҡ менән осрашыуы үтәсәк, уларҙа кешеләргә нисек яңынан иҫәпләү үткәреләсәге тураһында әйтеләсәк. Ошондай уҡ эште “БашРТС” менән дә үткәрәсәкбеҙ. 26 ғинуарҙа йәнә бер тапҡыр был мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ”.