Иҡтисад
25 Ғинуар 2021, 10:45

Беҙгә йәнә хәүеф янай

Ҡурҡыныс сирҙәр яҡын ғына. Улар шашмаһын өсөн һәр кемдән яуаплылыҡ кәрәк.

Хәүеф йорт хайуандарына һәм ҡоштарға янай. Республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин белдереүенсә, 2020 йылдың һуңғы кварталында Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә хәүефле сирҙәр буйынса хәл күҙгә күренеп насарланды. Был башлыса сусҡаларҙың африка чумаһы һәм ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенә ҡағыла. Сирҙәр бик алама, улар ауыл хужалығы тармағына ҙур юғалтыуҙар килтерә, сөнки уларҙан үлем осрағы 100 процент тәшкил итә.
Бөгөн был тема Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Азат Йыһаншын белдереүенсә, ноябрҙә ҡош киҙеүе республиканың Баҡалы районы сигендә, ни бары биш километр алыҫлыҡта Татарстандың Мөслим районында теркәлгәйне. Ваҡытында ҡабул ителгән саралар арҡаһында ғына был сир беҙҙең республикаға килеп етә алманы.
Әле иһә ветеринария хеҙмәте африка тағуны таралыуына хәүефләнә.
– Һамар өлкәһендә былтыр был сирҙең 100 самаһы осрағы теркәлде, хәлдең контролдән сығыуы арҡаһында ул ҡырағай тәбиғәткә таралды. Был төбәктәрҙә ҡырағай ҡабандарҙы күпләп юҡҡа сығарыу уларҙың миграцияһына килтерҙе. Шул сәбәпле вирус Ырымбур өлкәһенә эләкте, унда ноябрь-декабрь айҙарында ҡабандар араһында биш тағун сире усағы асыҡланды. Һуңғы осраҡ былтыр декабрҙә Ырымбур өлкәһенең Абдулла районында теркәлде. Был район Башҡортостандағы Йәрмәкәй һәм Бишбүләк менән сиктәш. Беҙҙең сиккә тиклемге ара ни бары 10 километр, – тине Азат Йыһаншин.
Шулай уҡ был Африка тағуны геномы һуңғы ике айҙа Свердловск өлкәһенең сусҡасылыҡ продукцияһында һәм Силәбе өлкәһенең мал аҙығында табылған. Декабрь аҙағында сир усағы Татарстандың ике районында ҡабандар араһында һәм “Мираторг – Курск” холдингында асыҡланған.
Сусҡаларҙың Африка тағуны сирен сикләү өсөн ветеринар-патруль постар ҡуйылды. Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙа ҡабандарҙы атыу өсөн 50 өҫтәмә лицензия бүлгән. Сиктәш райондар һунарсылыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелгән һәм аңлатыу эштәре алып барылған. Көн һайын һунарсылар бригадалары һәм ветеринария хеҙмәте вәкилдәре рейдтар үткәрә. Ҙур сусҡасылыҡ комплекстары вәкилдәре менән берлектә, ҡабандар уларҙың комплексынан алыҫта булһын өсөн, уларҙы ситтә ашатыу ойошторған.
– Ҡырағай ҡабан популяцияһының сәнәғәт сусҡасылығы үҫешкән райондарҙа күп булыуы хәүеф тыуҙыра. Был Шишмә, Бәләбәй, Әлшәй, Дыуан һәм Бүздәк райондарында. Республикала ситтән индерелгән сусҡасылыҡ продукцияһына контроль көсәйтелде, – тине Азат Йыһаншин.
Дөйөм алғанда, беҙҙең республика ҡотороуҙан башҡа, йәнлектәр сире буйынса имен төбәк булып иҫәпләнә. Былтыр ҡотороуҙың биш усағы асыҡланды, уларҙың өсөһө - эттәр, икеһе бүреләр араһында. Ҡотороу сирен профилактикалау маҡсатында ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарын вакцинациялау үткәрелә.
Радий Хәбиров республиканың ветеринария хеҙмәтенә сирҙәрҙе республика биләмәһенә индермәүҙәге уңышлы эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Республикабыҙ тирәләй мөмкин булған барлыҡ хәүефле сирҙәр усағы таралған, ә һеҙ хәлде тотороҡло күҙәтеп киләһегеҙ. Хәл, ысынлап та, бик хәүефле. Сирҙәрҙең беҙгә килеп етеүе өсөн бер кешенең уйламай эшләүе йәки яуапһыҙ ҡарашы ла етә, – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ ҙур сусҡасылыҡ комплекстары урынлашҡан райондар хакимиәте башлыҡтарына ҡабандар популяцияһын контролдә тотоу буйынса бар сараларҙы күрергә ҡушты.
Фото: drive2.ru
Читайте нас