Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡулланыусылар баҙарындағы хәл буйынса һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, Башҡортостан берәмләп һатылған тауар әйләнеше буйынса Волга буйы федераль округында икенсе һәм илдә һигеҙенсе урында тора.
Тауарҙар ҡулланыуҙың йыллыҡ күләме дөйөм алғанда 930 миллиард һум тәшкил иткән. Сауҙа өлкәһендә 300 меңдән ашыу кеше эшләй. Был - республика иҡтисадында мәшғүл булған халыҡтың биштән бер өлөшө.
– Пандемия арҡаһында йыл тармаҡ өсөн еңел булманы. Иң нығы был йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәттәр күрһәтеү тармағында һиҙелде, – тине министр. – Шул уҡ ваҡытта пандемия ритейлды онлайн-сегментҡа сығарыуҙы тиҙләтте һәм маркетплейстарҙа һатыуҙы күпкә ылыҡтырғыс итте. Интернет аша һатыу күләме 3,6 тапҡырға артты.
Былтыр юл буйы сервисы тармағы үҫешкә ҙур этәргес алды. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тармаҡта дөйөм аҡса күләме биш миллиард һумдан ашыу булған 40 инвесторға ярҙам күрһәтә.
“Һөт кухняһы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, республикала дөйөм ҡеүәте тәүлегенә 35 тонна һөт етештереү булған ете производство эшләй, 103 таратыу пункты бар.
Башҡортостан Башлығы һөт кухнялары проектын диверсификациялау һәм уны яңы социаль әһәмиәтле сервистар нигеҙендә ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ был проекттың уңышлы ғына тормошҡа ашыуын күрәбеҙ. Республикала яҡшы, күләмле һөт эшкәртеү етештереүҙәре барлыҡҡа килде, сифатлы һәм хәүефһеҙ тауарҙы һатыу буйынса селтәр уңышлы эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер проектты халыҡ мәнфәғәтендә артабан үҫтереү тураһында уйларға кәрәк.