Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, республиканың конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов, эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова, Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Олег Полстовалов, Күп функциялы үҙәктең республика бүлексәһе етәксеһе Гөлшат Арыҫланова ҙур брифинг үткәрҙе тип хәбәр иткәйнек. Унда бик күп мөһим темалар күтәрелде.
Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк директоры Гөлшат Арыҫланова белдереүенсә, баш ҡалалағы “Аркада” күп функциялы үҙәгендә “Транспорт сараларын теркәү” дәүләт хеҙмәтенән файҙаланыу көндәре арттырылған. 29 ғинуарҙан сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ. Әле март уртаһына тиклем халыҡ яҙылған. Бынан тыш, автотранспорт сараһын һатыу йәки һатып алыу буйынса килешеүҙе төҙөү хеҙмәтенән дә файҙаланырға мөмкин.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов иһә IQ-парк-тың ни өсөн кәрәклеге тураһында аңлатма бирҙе. Уның белдереүенсә, IQ-парк – Сколков фонды менән бергә эшләнгән проект. “Төп маҡсат – эшләнмәләрҙе коммерциялау стартаптарын тиҙ башлау”, – тине Илшат Азамат улы.
Технопарк өсөн биләмә ҡаралған. Ул баш ҡалалағы Зәки Вәлиди урамында урынлашасаҡ. Майҙаны – 35 мең тирәһе квадрат метр. Уның архитектура концепцияһы ла эшләнгән. Унда офистар, технологик биналар ғына түгел, әүҙем ял итеү, конференциялар, мәҙәни саралар үткәреү урындары ла буласаҡ. Проект эштәре тамамланыу өҫтөндә, төҙөлөш эштәренә әҙерлек бара. Был парктың тәүге сиратын быйыл йәй файҙаланыуға тапшырмаҡсылар.