Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Жилстройсбережения” ипотека-йыйылма программаһы хаҡында һүҙ булды. Был хаҡта ҡасандыр һөйләгәйнем. Уның мәғәнәһе шунда: дәүләт кешеләргә торлаҡты һатып алыу өсөн беренсе иғәнәгә етерлек сумманы йыйырға ярҙам итә.
Кеше банкта иҫәп аса һәм уға өстән ун мең һумға тиклем аҡса һала. Аҙаҡ өстән ун йылға тиклем ошондай уҡ сумманы керетә. Үҙ сиратында дәүләт уға премия өҫтәй. Ул сумманың 30 процентын тәшкил итә. Әммә сикләү бар: премия айына өс мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Һәр осраҡта яҡшы ғына өҫтәмә килеп сыға. Әгәр кеше биш йыл буйына 10 мең һум аҡса һалып килһә, йыйылған 600 мең һум аҡсаға дәүләт 180 мең һум аҡсаны ҡушып бирәсәк. Шулай итеп, ипотека буйынса торлаҡ һатып алырға аҡса етәсәк. Әйткәндәй, программала ҡатнашҡандар өсөн ташламалы ставка – йылына 5,5 – 7 процент. Был – насар булмаған шарттар.
Әле был программала Һаҡлыҡ банкы һәм "Уралсиб" банктары ҡатнаша. Тағы “ДОМ.РФ банкы” һәм “СПМ банк” ғариза бирҙе. Аҡсаны йыя башлау өсөн граждандарға банк-партнер бүлексәһенә паспортты килтереү етә. Жсс-рб.рф программмаһы рәсми сайты аша ла ғариза бирергә мөмкин.
Бөгөн был программала 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Өс меңдән ашыу кеше үҙ фатирҙарында йәшәй башланы.
Беҙ төбәкте ябай кеше өсөн уңайлы итергә вәғәҙә иткәйнек. Һәр кем һатып алырлыҡ фатир иң төп факторҙарҙың береһе булып ҡала. Унан тыш уңайлы тормош хаҡында һүҙ йөрөтөп булмай. Шуға был программаны киләсәктә лә үҫтерәсәкбеҙ. Йәштәргә һәм балалы ғаиәләләргә был программаға ҡушылырға саҡырам”.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.